Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 161.

Ярҙамлыҡ һүҙҙәр яҙылышы 55. Йыйнау-бәйләү теркәүестәре, сикләү, конкретлау киҫәксәләре уҡ — үк, ғына — генә, ҡына — кенә һ. б. айырым яҙылалар: килде лә китте, барғас уҡ, ул ғына, шулай ҙа баһа.

Иҫкәрмә. 1) Түбәндәге һүҙҙәрҙә «үк» киҫәксәһе ҡушып яҙыла: әйҙүк, берүк, иртүк.

2) Иркәләү мәғәнәһендә килгәндә, ҡына — кенә, ғына — генә киҫәксәләре ҡушып яҙылалар: балағынам, әсәйгенәм, атҡынам.

56. Үтенеү, икеләнеү, һорау киҫәксәләре ҡушып яҙылалар: килсе, торсо, йөрөсө; баралыр, ҡайтҡандыр, эшләйҙер; ҡайттымы? эшлә­ неме?

Иҫкәрмә. Һорау киҫәксәһе һуңында килгән «ни» алмашы айырым яҙыла: ҡайттымы ни? эшләнеме ни?

Ялғауҙар яҙылышы 57. Бөтә ялғауҙар ҡушып яҙылалар.

58. Ялғауҙарҙың ҡалынлығы йәки нәҙеклеге тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙең һуңғы ижектәренә ҡарап билдәләнә; һуңғы ижек ҡалын булһа — ҡалын ялғау, нәҙек булһа — нәҙек ялғау яҙыла: а) ҡала — ҡалалар, ҡая — ның, ауыл — дан, ағас — ты, тау —ҙа, завод — тар, клуб — ҡа, партия — ның, комиссия — нан, идея — лар, семья — быҙ, самолет — ҡа, пулемет — тар, актер — ҙың, отчет — ты, баланс — баланста; б) бүлмә — бүлмәләр, шағир — ҙәр, тәртип — тәртибе, химик — тәр, классик — классигебеҙ, ударник — тәр, большевик — больше­ виктар, актив — кә, коллектив — кә, пионер — ҙәр, орден — ле, коммунизм — коммунизмгә, ленинизм — ленинизмдең, комму­ нист — коммунистар, комсомолец—комсомолецтар.

Иҫкәрмә. 1) Рус әҙәби теле аша ингән, бер генә нәҙек ижектән торған һүҙҙәрҙең ҡайһы берҙәренә ҡалын ялғауҙар ялғана: литр — литрлы, метр — метры, темп — темптар, тип — типтар, цех — цехтан, текст — тексҡа, цифр — цифрға. Был бер ижекле һүҙҙәр ҡушма һүҙҙәр составында килгәндә лә үрҙәге ҡағиҙә һаҡлана: сантиметр — ы, прототип — тар.

2) Әгәр рус теле аша ингән һүҙҙәрҙең йәки фамилияларҙың һуңғы ижеге «е» өнө менән башланһа, ялғау һуңғы ижек алдындағы ижектең ҡалын йәки нәҙек (йомшартылған) өнгә бөтөүенә ҡарап ялғана: боец — боецтар, поезд — поезда, разъезд — разъездың, Юлаев — Юлаевҡа, курьер — курьергә, ателье — ательенан, рельеф — рельефте, Юрьев — Юрьевте, Ғәлиев — Ғәлиевкә, армеец—армеецтар.

59. Рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙең һуңғы өнөн йомшартып килгән «ь» билдәһе тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙә генә һаҡланып, ялғауҙар ҡушылғанда, төшөрөлә. Бындай һүҙҙәргә һәр ваҡыт нәҙек 161
Закрыть