43. Ьүҙҙәрҙең беренсе хәрефтәренән торған ҡушма исемдәр, хәрефтәр араһына нөктә ҡуйылмайынса, бергә яҙыла: СССР, ВКП(б), ВЛКСМ, МТС.
44. Башҡорт әҙәби теленә рус әҙәби теле аша ингән исемдәр үҙҙәренең тамыр йәки нигеҙ өлөштәрендә рус телендәгесә яҙылалар, ә һүҙ яһағанда һәм үҙгәрткәндә, уларға ҡушыла торған ялғауҙар башҡорт теленең грамматика төҙөлөшөнә буйһоналар:революция — революцияның, идея—идеялы, идеялылыҡ.
45. Электән башҡорт теленә инеп, формалары һәм әйтелештәре үҙгәргән исемдәр халҡ телендә әйтелгәнсә яҙылалар: өҫтәл, мәк, кәбеҫтә, толоп, карап, пинжәк һ. б.
46. Башҡорт әҙәби теленә ғәрәп, фарсы телдәренән инеп үҙләшкән исемдәрҙең уртаһында һәм аҙағында, һүҙҙең ҡалын йәки нәҙек әйте- леүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт «и» яҙыла: Ғәли, Фатима, Маһира, сифат, синыф, Маһи.
47. Сания, Суфия, Зәкиә кеүек исемдәрҙең аҙаҡтарында, ҡалын әйтелгәндәрендә — «я», нәҙек әйтелгәндәрендә «ә» яҙыла.
Сифаттар һәм рәүештәр яҙылышы 48. Ике йәки өс һүҙҙән торған ҡушма сифаттар һәм рәүештәр айырым яҙыла: аҡһыл күк, бер юлы, һәр ваҡыт, бер ни тиклем.
49. Ҡара-ҡаршы мәғәнәле ике һүҙҙән йәки ҡабатланып килгән һүҙҙәрҙән торған сифаттар, рәүештәр дефис аша яҙылалар: арлы- бирле, аҡлы-ҡаралы, берәм-һәрәм, юл-юл, буй-буй.
50. Башҡорт әҙәби теленә ғәрәп, фарсы телдәренән инеп үҙләшкән сифаттар аҙағында «и» яҙыла: әҙәби, ғилми, фәнни.
Ҡылымдар яҙылышы 51. Исем ҡылым аҙаҡтары һәм «у—ү» өндәренең береһенә бөткән бойороҡ ҡылым аҙаҡтары «ыу—еү».
«оу—өү» формаһында яҙыла: барыу, килеү, тойоу, йөрөү, йыу, ыу, ҡыу, тыу.
52. Нигеҙ ҡылым аҙағында йәки уртаһында килә торған «л» өнө яҙыуҙа бер ваҡытта ла төшөрөлмәй: кил — килтер, тул — тултыр, ултыр — ултырып.
53. Ярҙамлыҡ ҡылым «ине», сифат ҡылым формаһындағы хәбәр ҡылым аҙағында килгәндә, ҡушып яҙыла. Был ваҡытта хәбәр ҡылым аҙағындағы «п» төшөрөлә, ярҙамлыҡ ҡылым башындағы «и» өнө «й»гә әйләнә: барғайны, килгәйне (барған ине, килгән ине).
Иҫкәрмә. Бүтән һүҙҙәр һуңында килгәндә, был ярҙамлыҡ ҡылым айырым яҙыла: бар ине, яҡшы ине, эшләй ине.
54. Ҡабатланып әйтелгән ҡылымдар дефис аша яҙылалар: бара- бара, әйтә-әйтә, йөрөй-йөрөй.
160