Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 159.

б) нәҙек тартынҡы өндө үҙенән һуң йәки алда килгән һуҙынҡы өндән айырып әйтеүҙе белдереү өсөн: көньяҡ, тәьмин, мәсьәлә, Ильяс, Ильин, Мөьминә.

33. Тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙә килгән бер иш ҡуш тартынҡылар һүҙҙең бөтә урындарында ла яҙылалар: металл, класс, аппарат, ссуда.

34. Аҙаҡтарында бер иш ҡуш тартынҡылар килгән һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушылғанда, ҡуш тартынҡыларҙың береһе төшөрөлә: металл—металлы ил, металы яҡшы, металға бай ил, килограмм— килограмы.

Иҫкәрмә. Яңғыҙлыҡ исемдәр был ҡағиҙәгә буйһонмайҙар.

35. «Ист», «ст», «сть» формаһында бөткән һүҙҙәрҙә «т» хәрефе, тамыр йәки нигеҙҙәрҙә генә һаҡланып, ялғауҙар ҡушылғанда, төшө­ рөлә: власть — совет власе, артист — артистәр, промышленность — промышленносе.

36. Аҙаҡтары «зд» формаһында бөткән һүҙҙәрҙә «д» тамыр йәки нигеҙҙәрҙә генә һаҡланып, ялғауҙар ҡушылғанда, төшөрөп яҙыла: съезд — съезы, поезд — поезға.

Иҫкәрмә, «дт» формаһында бөткән һүҙҙәрҙә «т» төшөрөлмәй — ялғауҙар ҡушылғанда ла яҙыла: Кронштадт-Кронштадтта.

Исемдәр яҙылышы 37. Ике тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙән тороп, бер генә төшөнсәне аңлатҡан исемдәр—кеше, ҡала, ауыл, ҡош, үлән һәм башҡаларҙың исемдәре, география атамалары, хайуандарға бирелгән ҡушаматтар ҡушып яҙылалар. Бындай һүҙҙәрҙе ҡушҡанда, йәнәш килгән ике һуҙынҡының береһе төшөрөлә, ике һуҙынҡы араһында килгән «ҡ—к» өндәре «ғ—г» өндәренә әйләндерелеп, әйтелгәнсә яҙыла: Аҡ иҙел—Ағиҙел, Ҡара ҡош — Ҡарағош, Стәрлетамаҡ, Аҡҡайын, Биктимер, Гөльямал, Бибинур, аҡҡош, ашъяулыҡ, ысынбарлыҡ, Аҡтырнаҡ, Еҙтырнаҡ.

38. Ике һүҙҙән тороп, беренсе һүҙе бер үк нәмәнең төрлө сифатын белдереп йәки предметтарҙың береһен икенсеһенән айырып килгән ҡушма исемдәр айырым яҙыла: Яңы Ҡалмаш, Иҫке Ҡалмаш, аҡ ҡурғаш, ҡара ҡурғаш; таш күпер, ағас күпер.

39. Ике йәки бер нисә һүҙҙән тороп, һуңғы һүҙе зат ялғауы менән килгән ҡушма исемдәр айырым яҙыла: ҡара һауыты, тәҙрә ҡапҡасы, ҡала баҡсаһы.

40. Уртаҡ бер төшөнсәне белдереү өсөн, йәнәш ике һүҙҙән торған исемдәр дефис аша яҙыла: инженер-техник, ер-һыу.

41. Ике аралағы сикте белдерә торған ҡушма исемдәр һыҙыҡ аша яҙыла: Өфө — Мәскәү поезы.

42. Ьүҙҙәрҙең беренсе ижектәренән ҡыҫҡартып яһалып, бер һүҙ рәүешендә йөрөтөлә торған ҡушма исемдәр бергә яҙыла: райком, партком, Башгосиздат, колхоз, совхоз.

159
Закрыть