б) һүҙ уртаһында — ижек башында «е» алдынан: кейем, кейеҙ, эшләйек, бейейек; в) һүҙ һәм ижектәр аҙағында: йәй, көй, май, майҙан.
21. Рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә «б» һәр ерҙә һаҡлана. Әйтелешкә эйәртеп, «п» менән алмаштырып яҙылмай: клуб, гарде роб, герб.
22. В—в хәрефе башҡортса һүҙҙәрҙә һүҙ башында, ә рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы буйынса яҙыла: ваҡ, ваҡыт; вагон, совхоз.
23. Рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙәге «д», әйтелешкә эйәртеп, «т» менән алмаштырып яҙылмай: отряд, завод, доклад, метод.
24. Һүҙ аҙағында килгән «ҡ—к» өндәре, һүҙҙәрҙең үҙгәреүе менән, ике һуҙынҡы араһында ҡалғанда, «ғ—г» хәрефтәренә әйләндереп яҙылалар: тоҡ—тоғо, күлдәк—күлдәге.
25. Н—н өнөнә бөткән һүҙҙәрҙән һуң «ғ—г»,«к—к» өндәренең береһе менән башланған ялғау ҡушылһа йәки һүҙ килһә—«н» өнө «ң» булып ишетелә, ләкин һәр ваҡыт «н» хәрефе яҙыла: борон—боронғо, һуҙын — һуҙынҡы, түбән — түбәнге, күтәрен—күтәренке.
26. Н—н өнөнән һуң «б», «м» өндәренең береһе килһә, «н» өнө «м» булып ишетелә, ләкин «н» яҙыла: ун бер, килгәнмен.
27. Тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙең аҙағында һуҙынҡы өн һуңында килгән «п», һүҙҙең үҙгәреүе менән, ике һуҙынҡы араһында ҡалһа, «б» хәрефе менән яҙыла: китап — китабы, толоп — толобо, принцип — принцибе, тип — тибы.
Иҫкәрмә. Типик, принципиаль кеүек һүҙҙәр был ҡағиҙәгә буйһонмайҙар.
28. Ҫ—ҫ хәрефе ижек аҙағында һәм һуҙынҡыларҙан һуң килгән ижек башында яҙыла: баҫҡыс, ҡыҫҡа, арыҫлан, һоҫа, уҫаҡ, таҫыл.
29. Һ—һ хәрефе түбәндәге урындарҙа яҙыла: а) һүҙ башында: һыйыр, һарыҡ, һурпа, һәм, һаман; б) һүҙ уртаһында тартынҡыларҙан һуң килгән ижек башында: аҡһаҡ, туҡһан, бурһыҡ, анһат; в) ялғауҙар башында: барһа, алһа, йәшәһен, ҡараһыу.
Иҫкәрмә. Ҡайһы бер ҡылымдарҙа һәм көнсығыш телдәренән ингән иҫемдәрҙә һуҙынҡыларҙан һуң да «һ» яҙыла: яһау, Баһау, Бәһиә, баһа һ. б.
30. Ц—ц, Щ—щ, Ч—ч хәрефтәре рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла: социализм, революция, комсомолец; Щорс, плащ, забойщик; Чапаев, почта, учреждение.
31. ъ билдәһе ҡалын тартынҡы өндө үҙенән һуң йәки алда килгән һуҙынҡы өндән айырып әйтеүҙе белдереү өсөн ҡулланыла: ҡулъяҙма, маъмай, алъяпҡыс, съезд.
32. ь билдәһе ике функцияла ҡулланыла: а) үҙенән алдағы тартынҡы өндөң нәҙеклеген белдереү өсөн: роль, культура, Харьков, Горький; 158