11. Рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙәге Е—е хәрефе рус теле орфографияһы буйынса яҙыла: Европа, поезд, телефон.
12. Ё—ё хәрефе рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла: ёлка, щётка.
13. Тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙә килгән «ы—е», «о—ө» хәрефтәре һүҙ үҙгәреше ваҡытында төшөрөп ҡалдырылмай, бөтә урындарҙа яҙыла: урын — урыны; исем — исеме; айыр — айырымланған; онот — онотолдо, онотолған; бойор — бойороҡ, бойоролдо; йөрө — йөрөгән; ауыл — ауылы, ауылдан; синыф — синыфтан; ғилем — ғилеме.
14. Тамыр йәки нигеҙҙәрендә «о—ө», «ы—е (э)» өндәренең береһе әйтелмәгән һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушылғанда ла «о—ө», «ы—е» яҙылмай: а) осра — осрау, осраған, осраҡлы; йомшаҡ — йомшартыу, йомшарыу; бөҙрә — бөҙрәләнеү, бөҙрәләнгән; б) ҡаршы — ҡаршылау; аҡрын — аҡрынайыу, аҡрыная; япраҡ — япраҡланыу, япрағы; күкрә — күкрәү, күкрәй.
15. Тамыры «ҡ—к» өндәренең береһенә бөтөп, аҙағына һуҙынҡы өн ялғанғанда, «ҡ—к» өндәре «ғ—г» өндәре менән сиратлашмай торған һүҙҙәрҙә «о—ө», «ы—е» хәрефтәре ул һүҙҙәрҙең тамырында ла, шулай уҡ уларға ялғауҙар ҡушылғанда ла яҙылмай: а) йолҡ — йолҡа, йолҡоу, йолҡто, йолҡор; өрк — өркә, өркөү, өркөр, өрктө; б) ҡырҡ (һан) — ҡырҡынсы, ҡырҡар, ҡырҡлап; ҡырҡ (ҡы лым) — ҡырҡыу, ҡырҡа, ҡырҡты, ҡыр-ҡыр; ҡурҡ — ҡурҡыу, ҡурҡыныс, ҡурҡты, ҡурҡытыу; халҡ — халҡы, халҡ-ара, халҡ- тыҡы; ирк — ирке, иркле; күрк — күрке, күркле; һелк — һелкеү, һелкә, һелкте; милк — милке, милкенең.
16. Ьүҙҙең аҙағына «и» ялғап сифат яһағанда, һуңғы ижек алдындағы «ы—е» төшөп ҡала: синыф — синфи, ғилем — ғилми.
17. Аҙаҡтары тартынҡы өндәрҙең береһенә бөткән һүҙҙәрҙәге рак — рәк ялғауҙары алдына «о—ө», «ы—е» хәрефтәре һәр ваҡыт яҙыла: төҙ — төҙөрәк, аҙ — аҙыраҡ, күп — күберәк, сос — сосораҡ, алыҫ — алыҫыраҡ.
18. Ю—ю хәрефе башҡортса һүҙҙәрҙә «йу—йү» өндәре ишетелгән урындарҙа яҙыла: юкә, юл, юғары, юн, Ҡәюм, ә рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы буйынса яҙыла: бюро, революция.
Иҫкәрмә. Юн (юныу), юн (юнле) һүҙҙәрен бер-береһенән айырыу өсөн, һуңғыһы «ь» менән яҙыла (юн, юнь).
19. Я—я хәрефе башҡортса һүҙҙәрҙә «йа» ишетелгән урындарҙа, ә рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы буйынса яҙыла: яр, ярыш, аяҙ, тай — тая, соя, лекция, октябрь.
20. Й—й хәрефе түбәндәге урындарҙа яҙыла: а) һүҙ һәм ижек баштарында «о—ө», «ы, ә» өндәре алдынан: йомғаҡ, район, бойор, йөрө, йыл, йыйылыш, быйыл, уҡыйыҡ, йәйәү, кейәү, йәшел; 157