Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 156.

Ҡушымта II ДӨРӨҪ ЯҘЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ (Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының 1950 йылдың 23 ноябрь Указы менән раҫлана) Айырым хәрефтәр яҙылышы 1. А—а хәрефе һүҙҙәрҙең ҡалын ижектәрендә, Ә—ә хәрефе нәҙек ижектәрендә яҙыла: ҡала, афиша, тәҙрә, әҙ, сәғәт, мәғәнә, вәғәҙә.

2. О—о хәрефе ике өндө белдерә: а) башҡортса һүҙҙәрҙә ҡалын һуҙынҡы ирен өнө булған «о» өнөн: он, болон, ҡоролош; б) рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙәге ҡалын һуҙынҡы «о» өнөн: комсомолец, колхоз, совхоз.

3. Ө—ө хәрефе башҡортса һүҙҙәрҙә нәҙек ижектәрҙә яҙыла: көн, өлгө, Өфө.

4. Беренсе ижектәрендә «о—ө» өндәренең береһе булған һүҙҙәрҙең ҡалған ижектәрендә «а—ә», «у—ү» һәм «и» өндәренең береһе килмәһә, был һүҙҙәрҙең бөтә ижектәрендә лә «о—ө» яҙылышы һаҡлана: оҙон—оҙонлоғо, төҙөлөш—төҙөлөшөнөң.

Әгәр ҙә бындай һүҙҙәрҙең ҡалған ижектәрендә «а—ә», «у—ү», «и» өндәренең береһе килһә, һуңғы ижектәрҙә «ы—е» яҙыла: тойоуы, тоймау ы, төҙөүе, йөрәге.

5. У—у хәрефе ҡалын ижектәрҙә, Ү—ү хәрефе нәҙек ижектәрҙә яҙыла: матур, курс, аудитория; бүләк, һүҙ.

6. Күҙҙең уртаһында йәки аҙағында килгән тартынҡы ирен өнө— ҡыҫҡа әйтелешле «у—ү» өндәре башҡортса һүҙҙәрҙең ҡалындарында «у», нәҙектәрендә «ү» хәрефе менән бирелә: ауыл, һыу, хайуан; әүәләү, рәүеш.

7. Башҡорт әҙәби теленә рус теле аша ингән һүҙҙәрҙәге «и» хәрефе, әйтелешкә эйәртеп, бүтән хәрефтәр менән алмаштырып йәки төшөрөп яҙылмай: Украина, производство, станция.

8. Ы—ы хәрефе ике өндө белдерә: а) башҡортса һүҙҙәрҙә ҡыҫҡа әйтелешле «ы» өнөн: ихтыяр, зыян, ыласын, ысын, ырҙын; б) рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә оҙон әйтелешле «ы» өнөн: музыка, промышленность.

9. Э—э хәрефе башҡортса һүҙҙәрҙә «э» өнө ишетелгән урындарҙа һүҙ башында ғына, ә рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы буйынса яҙыла: эл, элек, электричество, аэростат, поэма.

10. Е—е хәрефе башҡортса һүҙҙәрҙә ике өндө белдерә: а) һүҙ башында килгән «йэ» өнөн: ел, еләк, еүеш; б) ижек уртаһында һәм аҙаҡтарында «э» өнөн: бел, беҙ, кейем, бейе, тейен.

156
Закрыть