Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 15.

Ләкин былар бөтәһе лә ысын мәғәнәһендә яҙыу булмай. Беренсе яҙыу пиктограф ик (латин һүҙе picto — рәсемгә төшөрәм, грек һүҙе grapho — яҙам, туп-тура әйткәндә, «һүрәт яҙыуы») яҙыуҙан башланып китә. Был типтағы яҙыу беҙҙең эранан VI—VIII мең йылдар элек барлыҡҡа килә.

Пиктографик яҙыу айырым һүрәттәрҙән тора, улар айырым өндәргә, һүҙҙәргә бүленмәй, һәр бер һүрәт ниндәй ҙә булһа бер нәмә тураһында белдерә.

1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 1-се һурәт. Пиктографик яҙыу. Юл журналы Бына был һүрәттәр—Аляска ярымутрауында йәшәгән эски­ мостың юл журналы. Һүрәттәр фил һөйәгенә төшөрөлгән, һү­ рәт яҙыуы түбәндәгеләрҙе аңлата: 1 — һөйләүсе бер ҡулы менән үҙен, икенсе ҡулы менән алыҫты күрһәтә, йәғни «киттем» тигән мәғәнәне белдерә; 2 — юғары күтәрелгән ишкәк — «кәмәлә» тигәнде; 3 — башына ҡуйылған ҡулы «йоҡланым» тигәнде аңлата; күтәрелгән ҡулындағы бер бармаҡ «бер төн» мәғәнәһен бирә; 4 — түңәрәк эсендәге нөктә — «уртаһында йорт булған утрауҙа»; 5 — «мин алыҫҡа киттем». Быны белдергәндә, һөйләүсе бер ҡулы менән үҙен, икенсе ҡулы менән алыҫты күр­ һәтә; 6 — «кеше йәшәмәгән утрауҙа»; 7 — «унда ике төн йоҡла­ йым»; 8 — «ҡулда гарпун»5, йәғни «гарпун менән һунарға йөрөйөм»; 9 — «тюлендәргә»; 10 — «уҡтанатам»; 11 — артҡа боролған кәмә, ике ишкәк, йәғни «икенсе кеше менән ҡайтам»; 12 — «йортома килеп етәм».

2-се һүрәттә Төньяҡ Америка индеецтарының сауҙа киле­ шеүе. Был һүрәттең уң яғында утыҙ таяҡ, ҡондоҙ һәм мылтыҡ һүрәте төшөрөлгән, «һунарҙа атып алынған 30 ҡондоҙ тиреһе» тигән һүҙ. Урталағы крест «алмашырға» тигән мәғәнәне аңлата. Уң яҡта нәмәләргә алмашырға икәнлеге күрһәтелә: бизонға, ҡамаға һәм һарыҡҡа.

5 Диңгеҙ хайуандарын аулағанда, бауға бәйләп ырғытыла торған һөңгө һымаҡ ҡорал.

15
Закрыть