Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 14.

Академик И. Лепёхин 1770 йылда Башҡортостанда йөрөгән сағында халыҡ араһында төйөн яҙыуының киң рәүештә ҡулла­ нылышын күрә. Хатта хөкүмәт органдарының да айырым осраҡтарҙа төйөн яҙыуын файҙаланыуын әйтә. И. Лепёхин үҙе­ нең көндәлектәрендә шундай бер ваҡиғаны һөйләй: улар, бер башҡорт ауылына килгәс, ылау алыу өсөн, үҙҙәренең документ­ тарын күрһәтәләр, документ ике телдә — рус һәм төрки телдә­ рендә яҙылған булһа ла, унда төйөндәр булмағас, башҡорттар ризаһыҙлыҡ белдерә. «Сөнки, — ти академик Лепёхин, — Баш­ ҡортостанда уҡый-яҙа белеүселәр бик һирәк осрағанға, юл йөрөү документтарына күпме ылау бирелергә тейеш булһа, шул тиклем төйөндәр төйнәлгән бау беркетелә, был төйөндәр башҡорттарҙа, губернаторҙарҙың, воеводаларҙың мөһөр баҫҡан документтарына ҡарағанда, мөһимерәк һанала»3.

Башҡорт халҡының гүзәл ҡыҙы, күренекле яҙыусы һәҙиә Дәүләтшина ла үҙенең «Ырғыҙ» романында шартлы яҙыу ҡал­ дыҡтарына бәйле бер ваҡиғаны яҙып китә: Гөлйөҙөм Айбу- латҡа бүләктәр ебәрә, ул үҙенең Айбулатты һөйөү хистәрен хат менән түгел, ә бүләк итеп ебәрелгән әйберҙәрҙәге билдәләр менән белдерә, һәҙиә Дәүләтшина быны түбәндәгесә тасуирлай: «Ул үҙенең ҡайнар һөйөү хистәрен эсенә йыйған матур бүләк­ тәр ебәргән: бына үткән яҙҙы тәүге осрашҡанда үҙе ябынған ал кешмир яулыҡтың ике бөртөк сәскәһе. Ул шуны өҙгән дә, яндырылған шырпының бер башына ҡош йөнө бәйләп, ошо ал сәскәләргә ураған. Тимәк, Өсҡайын төбө уның бөгөнгөләй хәте­ рендә. Яулыҡтың ике бөртөк сәскәһе — уларҙың шундағы икәүләп осрашыуҙарының билдәһе, Гөлйөҙөм дә, бына ошо янған шырпы һымаҡ, янып, көйөп, йәйҙе үткәргән, ләкин осоп барыр өсөн, ошо күк күгәрсен ҡауырһыны кеүек, еңел ҡанат­ тары булмаған. Етмәһә, матурлап тороп, төрлө йөндән ситтә­ ренә ваҡ ҡына сулпылар төйөп суҡлаған, йәшел атлас менән ҡыҙыл бәрхәттән ҡорап яһаған тәмәке тоҡсайы. Был — ҙур вәғәҙә. Киләсәктәге яҡты бәхеттәр тураһында, ҡауышыу тура­ һында йылы өмөттәр бирә торған теләктәр билдәһе»4.

Был миҫалдар башҡорт халҡының борон замандарҙа яҙыу урынына шундай төрлө шартлы билдәләрҙе ҡулланғанын күрһәтә.

3 Продолжение дневних записок путешествия академика и доктора меди­ цинских наук Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 г. Спб, 1802. 40-сы бит.

4 Һәҙиә Дәүләтшина. Ырғыҙ. Өфө, 1961.159-сы бит.

14
Закрыть