Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 13.

Көньяҡ Америкала йәшәүсе боронғо перу халыҡтары төрлө төҫкә буялған йәки буялмаған төйөндәр ҡулланғандар. Был төйөндәрҙән һәр бер төҫ үҙенә айырым мәғәнә белдергән. Ҡара төйөн — үлем, аҡ — көмөш йәки тыныслыҡ, ҡыҙыл — һуғыш, һары — алтын, йәшел — икмәк. Әгәр төйөн буялмаған булһа, ул һанды белдергән: бер төйөн унды, ике төйөн — йөҙҙө, өс төйөн меңде аңлатҡан.

Индеецтарҙың горун һәм ирокез ҡәбиләләрендә төйөн уры­ нына төрлө төҫтәге ҡабырсаҡтарҙан яһалған төймәләр ҡулла­ нылған. Ҡабырсаҡтарҙы, ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлеп, епкә теҙ­ гәндәр. Бында ла ҡара төҫ ниндәй ҙә булһа бер ҡайғыны аңлат­ ҡан, мәҫәлән, үлем, бәхетһеҙлек, ҡурҡыныс; аҡ — тыныслыҡ, һары — алтын, ҡыҙыл — һуғыш. Был төҫтәр хәҙерге көндә лә үҙҙәренең мәғәнәләрен юғалтмаған. Мәҫәлән, ҡара — ҡайғы, аҡ флаг — тыныслыҡ тәҡдим итеү һ. б. Ҡайһы бер халыҡтар кирт­ ләсләгән ағас киҫәктәре — биркалар ҡулланғандар. Мәҫәлән, бурысҡа әйбер алғанда биркаға бурысҡа алынған әйбер һанын- са киртләстәр яһала ла, бирка урталайға бүленеп, бер яртыһы бурысҡа биреүсе ҡулында, икенсеһе бурысҡа алыусыла ҡала. Шулай итеп, был бирка расписка хеҙмәтен үтәгән.

Австралиялағы һәм Африкалағы ҡайһы бер ҡәбиләләр тимер таяҡ (жезл) ҡулланған. Бер ҡәбиләнән икенсе ҡәбиләгә илсе булып барған кешеләргә бирелгән был таяҡ ике төрлө роль уйнаған: беренсенән, ул илсегә ҡәбилә тарафынан вәкәләтлек бирелгәнлекте раҫлаһа, икенсенән, уға төшөрөлгән киртләстәр барғас һөйләргә тейеш булған һүҙҙәрҙе илсенең иҫенә төшөрөү билдәһе булып хеҙмәт иткән. Австралия ла урындағы ҡәбилә­ ләрҙең ҡайһы берҙәрендә оҙонса түңәрәк таҡталар (чуринги) ҡулланылған. Был таҡтаға түңәрәктәр, ярым түңәрәктәр төшө­ рөлөп, улар предметтарҙың һанын белдергәндәр. Шуның менән бергә был түңәрәк һәм ярым түңәрәктәрҙең урынлашыу тәртибе һәм ҙурлығы, бәләкәйлеге билдәле бер мәғәнә аңлатҡан.

Бирка, төйөн яҙыуы һәм башҡа шуның кеүек шартлы яҙыу ҡалдыҡтары беҙҙең халыҡ араһында әле революцияға тиклем һаҡланып килде. Мәҫәлән, шундай ғәҙәт бар ине: мастерға тире иләргә биргәндә, ағасты киртләсләп икегә яра торғайнылар, шуның береһе мастерға бирелгән тирегә тағыла, икенсеһе тире иләргә биреүсе ҡулында ҡала. Тире әҙер булғас, тире иләргә биреүсе кеше ағастың үҙендәге яртыһын алып килеп, мастер, уны үҙендә ҡалған яртыһына ҡуйып ҡарағас, уның киртләсе тап килһә, тирене хужаһына бирә торғайны.

13
Закрыть