Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 125.

Хәҙерге көндә ғәмәлдә булған башҡорт теле орфографияһы­ ның ҡағиҙәләре шул ҙур эштең йомғағы булып тора. Улар хәҙер традицияға инеп китте. Дөрөҫ яҙыуҙың берҙәм нормалары барлыҡҡа килде. Улар башҡорт милли әҙәби теленең үҙенсә­ лектәрен һәм уның үҫеш перспективаһын дөрөҫ сағылдыралар.

Башҡорт теленең бөгөнгө орфографияһы принципиаль үҙгәрештәр индереүҙе талап итмәй. Шулай ҙа уның ҡайһы бер ҡағиҙәләре, мәҫәлән, ҡушма һүҙҙәр, ғәрәп-фарсы һүҙҙәре һәм рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышына бәйле ҡағиҙәләр бер ни тиклем асыҡлауҙы талап итә. Киләсәктә башҡорт теленең орфографияһын камиллаштырыу шул үрҙә күрһәтелгән ҡағиҙәләрҙе асыҡлау юлы менән барырға тейеш.

Закрыть