Бына шул шарттарҙа быға тиклем ҡулланып килгән латинлаштырылған алфавит шул ваҡыттың талаптарын бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерә алмай, һәм ул телдең, яҙыуҙың артабан үҫеүенә тотҡарлыҡ яһай башлай. Башҡорт теленә көндән-көн инә барған рус һүҙҙәрен һәм интернациональ һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуға ҡамасаулай, рус теле менән башҡорт теленең бер-береһенә йоғонто яһауына яһалма кәртә була башлай. Шуға күрә 1940 йылда башҡорт теленең алфавиты рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күсерелә.
Яҙыуҙың график нигеҙен һәм шуға ярашлы рәүештә дөрөҫ яҙыу нормаларын йыш алмаштырып тороу, әлбиттә, халыҡтың грамоталылығын күтәреү эшенә билдәле дәрәжәлә ҡамасаулыҡ итте. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ғәрәп хәрефтәре нигеҙендә төҙөлгән алфавит та, латин хәрефтәре нигеҙендә төҙөлгән алфа вит та заманында башҡорт яҙыуының үҫешендә ыңғай роль уйнанылар.
Рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавит башҡорт теле нең үҙ һүҙҙәрен, шулай уҡ башҡорт теленә рус һәм башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуҙы тәьмин итте. Башҡорт халҡының рус халҡы һәм СССР-ҙың башҡа халыҡтары менән бәйләнешен нығытыуға, шулай уҡ уларҙың мәҙәниәт байлы ғына эйә булыуына ярҙам итте. Ул беҙҙең йәш үҫмерҙәрҙе мәктәптәрҙә рус алфавиты өҫтөнә тағы икенсе бер алфавит ты — латинлаштырылған алфавитты өйрәнеүҙән ҡотҡарҙы.
Хәҙерге башҡорт алфавиты әсә теленең специфик үҙенсә лектәрен иҫәпкә алыу менән бергә беҙҙең илдәге туғандаш халыҡтарҙың алфавиттарын унификациялау, мәҙәниәтенең яҡынайыу талаптарынан тыуған бурыстарҙы ла иҫәпкә ала, сөнки беҙҙең яҙыу башҡорт һәм рус телдәрендә грамоталы- лыҡтың дөйөм нигеҙҙәрен тәьмин итеү менән бергә, беҙҙең илдә рус графикаһы менән файҙаланған туғандаш төрки халыҡ тарҙың әҙәбиәтен уҡып барырға ла мөмкинлек бирә.
Башҡорт теленең хәҙерге орфографияһы төп фонетик прин ципта төҙөлгән, айырым һүҙҙәр график, фонематик-морфоло гик, дифференциацион һәм тарихи-традицион принциптарҙа яҙылалар.
Башҡорт теленең хәҙерге алфавиты һәм орфографияһы милли әҙәби телдең яҙма формаһын нормалаштырыуҙа ҙур ярҙам итте.
25 йыл ҡулланыу һөҙөмтәһендә дөрөҫ яҙыуҙың берҙәм милли нормаһын билдәләүҙә ҙур өлгәшеүҙәргә ирешелде.
124