Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 123.

заманда башҡорт халҡы араһында үҙ телендә грамота тара­ тыуҙа билдәле дәрәжәлә ыңғай роль уйнай. Уға реформа арты­ нан реформа индереп торола, ләкин ни тиклем генә реформа индерелмәһен, ул башҡорт теленең фонетик системаһына тулыһынса яуап бирә алмай. Шуның менән бергә ул үҙләштереү өсөн дә бик ауыр була. Был турала Фридрих Энгельс та заманында әйтеп китә. Ул үҙенең Карл Марксҡа ебәргән бер хатында, «шул ҡәһәрле ғәрәп алфавиты булмаһа, фарсы теленең бөтә грамматикаһын 48 сәғәт эсендә өйрәнергә өҫтөмә алыр инем», тип яҙа ул111.

Башҡа милли республикалар менән бер рәттән Башҡорт­ останда ла 1924 йылдарҙа уҡ башҡорт алфавитын латин графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү тураһында хәрәкәт башлана, һәм шул йылда уҡ башҡорт теленең латин графикаһы нигеҙендәге беренсе алфавиты төҙөлә. 1928 йылдың 7 июлендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты яңы алфавитты дәүләт алфавиты итеп алырға тигән ҡарар сығара һәм яңы алфавитҡа күсеүҙең биш йыллыҡ планы төҙөлә. Яңы алфа­ витҡа күсеү 1931 йылда тамам була. 1930 йылда башҡорт теленең латин алфавиты нигеҙендә төҙөлгән беренсе орфогра­ фияһы баҫылып сыға.

Ғәрәп алфавитынан латин графикаһы нигеҙендәге алфа­ витҡа күсеүҙең маҡсаты — халыҡҡа уҡыу өсөн еңел алфавит тыуҙырыуҙан тора ине. Ул ваҡытта шундай алфавит булып латин алфавиты иҫәпләнә ине.

Башҡорт яҙыуын латинлаштырылған алфавитҡа күсереү үҙ заманында прогрессив күренеш булды. Латинлаштырыл­ ған алфавит башҡорт халҡының тарихында, йәш башҡорт яҙыуының һәм мәҙәниәтенең үҫешендә ыңғай роль уйнаны. Латинлаштырылған алфавит ғәрәп алфавитына ҡарағанда үҙләштереү өсөн еңелерәк һәм яҙыу өсөн уңайлыраҡ булды. Уға күсеү арҡаһында йөҙәр меңләгән башҡорт йәштәре әсә телендә уҡырға һәм яҙырға тиҙерәк өйрәнделәр. Грамотаһыҙ оло йәш­ тәге кешеләрҙең бик күбеһе грамотаға эйә булды.

Яңы индустрия, механизацияланған ауыл хужалығы, хеҙмәттең яңы ҡоралдары барлыҡҡа килеү, яңы төшөнсәләр, фәнни яңы асыштар һ. б. бик күп яңы һүҙҙәр һәм терминдар тыуҙырҙылар. Башҡорт телендә көн һайын ундарса яңы һүҙҙәр өҫтәлә барҙы.

111 Энгельс Ф. Соч., том XXI, стр. 495—496. Письмо К. Марксу.

5* 123
Закрыть