0 6 3 0 ҺЫҒЫМТАЛАР Октябрь инҡилабына тиклем башҡорт халҡы ғәрәп яҙыуы менән файҙаланған. Ғәрәп яҙыуы башҡорттарға X—XI быуат тарҙа ислам дине арҡыры килеп инә. Ғәрәп яҙыуы ҡомартҡы лары Башҡортостанда XIV быуаттан башлап һаҡланып ҡалған. Быға боронғо ҡәбер таштарына яҙылған яҙыуҙар һәм төрлө ырыуҙар тарафынан төҙөп ҡалдырылған шәжәрәләр, һуңғараҡ төрлө юридик эш ҡағыҙҙары инә.
Ғәрәп яҙыуын, ғәрәп алфавитын ҡабул иткәнгә тиклем баш ҡорттар бүтән төр яҙыу ҡулланғандармы, юҡмы — был һорауға ҡырҡа яуап биреп булмай, сөнки быны раҫлаусы яҙма ҡомарт ҡылар быға тиклем әле табылғаны юҡ. Ләкин шулай булһа ла ҡайһы бер тарихи мәғлүмәттәр, мәҫәлән, башҡорттарҙың боронғо яҙмаһы булған төрки дәүләттәр менән (Болғар ханлығы һәм башҡалар менән) тығыҙ бәйләнештә булып, күп йылдар ара лашып йәшәүе — башҡорттар ҙа ғәрәп яҙыуына тиклем башҡа төр яҙыу менән файҙаланманылармы икән, тигән уйға килергә мәжбүр итә. Был турала тикшеренеү дауам ителергә тейеш.
Октябрь инҡилабына тиклем прогрессив рус һәм башҡорт ғалимдары башҡорт теленең алфавитын булдырыу сараһын кү рәләр. Былар араһында башҡорт телсеһе доктор М. Ҡулаев айырым урын алып тора. Ул 1912 йылда рус-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт теленең 33 хәрефтән торған алфавитын төҙөй: ләкин ул ваҡыттағы шарттар доктор М. Ҡулаевҡа үҙенең эшен тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа М. Ҡулаевтың был алфавиты башҡорт теленең революцияға тиклемге беренсе милли алфавиты булып иҫәпләнергә тейеш.
Октябрь инҡилабынан һуң башҡорт әҙәби теленең беренсе алфавиты һәм орфографияһы ғәрәп графикаһы нигеҙендә 1923 йылда төҙөлә. Быны төҙөгәндә, әлбиттә, башҡорт теленең ҡайһы бер үҙенсәлектәре иғтибарға алынған. Был алфавит шул 122