Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 121.

ителгән тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, урта һәм юғары мәктәп­ тәр өсөн сығарылған дәреслектәрҙә ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына ҡарата махсус бүлек бирелгән һәм бик күп ҡушма һүҙҙәрҙең (уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙең) йыйылмаһы менән бергә уларҙың дөрөҫ яҙылышына ҡарата ҡағиҙәләр бирелгән. Ул ҡағиҙәләр фәнни яҡтан нигеҙләнгән. Был турала V—VI кластар өсөн сығарылған «Башҡорт теле дәреслеге»ндәге һәм проф. Ж. Ғ. Киекбаевтың «Хәҙерге башҡорт теле» тигән китабындағы «ҡушма һүҙҙәр» бүлеге иғтибарға лайыҡлы.

5 - 1.0035.12
Закрыть