Дефис аша яҙылалар 1) Һүҙҙе ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр — исем дәр, сифаттар, рәүештәр: берәм-берәм, бергә-бергә, бер-бер, буй-буй, оҙон-оҙон, батыр-батыр, елбер-елбер, ҡытыр-ҡытыр, башма-баш, бермә-бер, мин-минлек, баш-баштаҡ, берҙән-бер, икәүҙән-икәү, әлдән-әле, батырҙарҙың-батыры, матурҙарҙың- матуры, белер-белмәҫ, беленер-беленмәҫ, урынлы-урынһыҙ, тейешле-тейешһеҙ, аҙ-маҙ, иләҫ-миләҫ, имеш-мимеш, тар-мар, илке-һалҡы, алпан-толпан, тирә-яҡ; 2) йыйыу мәғәнәһен белдергән ҡушма исемдәр, сифаттар, рәүештәр: иҫән-һау, аҡлы-ҡаралы, арымай-талмай, бөтмәҫ-тө кәнмәҫ, буй-һын, имен-аман, тауыш-ғауға, газета-журнал, моң-зар, кәм-хур, сахра-дала, шик-шөбһә, аш-һыу, ашамлыҡ- эсемлек, баш-аяҡ, килем-китем, көн-төн, ҡош-ҡорт, ураҡ- сүкеш, юҡ-бар, ат-һый, йорт-ил, табаҡ-һауыт, йорт-йыһаз, тау-таш, ут-күҙ, аң-белем, ҡатын-ҡыҙ, ата-баба, ағай-эне, күҙ- ҡолаҡ, ҡан-йәш, уйын-көлкө, көньяҡ-көнсығыш, арыу-талыу, ел-дауыл, ҡарсыҡ-ҡорсоҡ, егет-елән, күрше-күлән, ҡунаҡ- маҙар, кеше-фәлән, арбаһы-ние, тауышы-ние, социал-демо крат, Мамин-Сибиряк, Кәбирова-Сәитова, килеп-нитеп, килһә-нитһә, әйткәс-иткәс, барғас-иткәс; 3) беренсе компоненты обер-, лейб-, штаб-, вице-, экс- һ. б. шундай һүҙҙәрҙән торған ҡушма исемдәр: обер-мастер, унтер- офицер, лейб-медик, штаб-квартира, вице-президент, экс-чем пион; 4) икенсе компоненты ара һүҙенән торған ҡушма сифаттар, рәүештәр: ауыл-ара, район-ара, халыҡ-ара, үҙ-ара, ике-ара; 5) үлсәү берәмектәрен аңлатҡан ҡушма исемдәр: тонна- километр, киловатт-сәғәт, кеше-сәғәт, километр-сәғәт; 6) махсус эш йорто йәки төрлө предмет, машина һәм уның киҫәктәрен, техник системаларҙы аңлатҡан ҡушма исемдәр: хата-лаборатория, дизель-мотор, блок-система, вакуум-аппа рат.
Дөйөм алғанда, ҡушма һүҙҙәр яҙылышын шулай хәл итергә мөмкин. Әлбиттә, бында беҙ төп ҡағиҙәләрҙе генә әйтеп киттек. Орфографияның ҡағиҙәләрен асыҡлағанда, уларҙы тағы ла конкретлаштырырға мөмкин.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына бәйләп, ахыр сиктә, шуны әйтергә кәрәк: юғарыла ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылы шына ҡараған мәсьәләләрҙең күбеһе хәҙерге көндә, нигеҙҙә, хәл 120