Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 12.

ИНЕШ Яҙыу — телдең аралашыу даирәһен киңәйтеүсе график фор­ маһы. Яҙыуҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше ижтимағи тормош талаптарына бәйләнгән. Кешеләргә үҙҙәренең уй-фекерҙәрен, һөйләгән һүҙҙәрен алыҫҡа илтергә, яҙыуҙа беркетергә, нығы­ тырға, хәҙерге һәм киләсәк быуын өсөн онотолмаҫлыҡ итеп һаҡларға кәрәк булған. Шуның һөҙөмтәһендә яҙыу килеп тыуған.

Яҙыуҙың башланғысы ниндәй ҙә булһа бау йәки материяға төйөндәр бәйләү, нимә лә булһа аңлатыу өсөн теге йәки был предметты ебәреү һ. б. шуның һымаҡ шартлы әйберҙәрҙә күренә. Мәҫәлән, Төньяҡ Америка индеецтары һуғыш иғлан итеүҙе белдереү өсөн томагавк1 ебәрер булғандар. Томагавкты илсе алып килеп ергә ҡуйған: әгәр томагавкты дошман яҡ ерҙән алһа, был һуғышты ҡабул итеүҙе белдергән. Ҡайһы бер халыҡ­ тарҙа тыныслыҡ символы булып төрөпкә хеҙмәт иткән; тыныс йәшәүҙе белдереү өсөн бер-береһенә дошман булған ҡәбиләләр шул төрөпкә менән сиратлап тәмәке тартҡан. Суматра утра­ уында йәшәүселәр дуҫлыҡ билдәһе итеп тоҙ, дошманлыҡ билдәһе итеп борос ебәрер булғандар. Геродоттың яҙыуына ҡарағанда, бер ваҡыт скифтар фарсыларға тәлмәрйен, сысҡан, ҡош һәм биш уҡ ебәргәндәр. Был предметтар: «Әгәр һеҙ, фар­ сылар, ҡош шикелле һауала оса, тәлмәрйен шикелле һаҙлыҡ­ тарҙа һикерә, сысҡан шикелле ер аҫтына йәшенә белмәһәгеҙ, беҙҙең уҡтарҙан бөтәгеҙ ҙә һәләк булаһығыҙ», — тигән мәғәнәне белдергән2.

1 Томагавк — Төньяҡ Америка индеецтарында тимерҙән эшләнгән оҙон һаплы балта формаһындағы һуғыш ҡоралы.

2 Истрин В. А. Развитие письма. М., 1961. 68—69-сы биттәр.

12
Закрыть