Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 119.

Айырым яҙылырға тейеш 1) Беренсе һүҙе үҙенең тура мәғәнәһен һаҡлап, бер үк нәмә­ нең төрөн белдереп, предметтарҙың береһенән икенсеһен айырып килгән ҡушма исемдәр: аҡ ҡурғаш, ҡара ҡурғаш, ҡара ҡарға, ала ҡарға, Үрге Ҡыйғы, Түбән Ҡыйғы, Иҫке Бик­ мәт, Яңы Бикмәт.

Диңгеҙ исемдәре, рус теле яҙылышына эйәртеп, традиция буйынса айырым яҙып йөрөтөләләр: Аҡ диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ, Ҡыҙыл диңгеҙ, Урта диңгеҙ, Эгей диңгеҙе; 2) икенсе компоненты өсөнсө зат ялғауы менән килгән ҡушма исемдәр: ҡара һауыты, ер еләге, ҡурай еләге, айыу көп­ шәһе; 3) икенсе компоненты алды, аръяғы, арты һүҙенән килгән ҡушма исемдәр: ишек алды, байрам алды, юбилей алды, һай­ лау алды, ял алды, Байкал аръяғы, Урал аръяғы, Кавказ арты; 4) һуңғы компоненты сы-се, со-сө ялғаулы ҡушма исемдәр: ижад итеүсе, эш башҡарыусы, ат ҡараусы; 5) беренсе компоненты һандан торған ҡушма шартлы сифат­ тар: биш йыллыҡ план, һигеҙ йыллыҡ мәктәп; 6) беренсе компоненты төҫтөң төрҙәрен белдереп килгән ҡушма сифаттар: аҡһыл күк, ала сыбар, ҡан ерән, ҡара туры, ҡоба туры, ҡуйы ҡыҙыл, ҡыҙыл бурыл, ҡыҙыл һары, көрән һары, ҡара көрән, алма сыбар, тимер күк; 7) исем менән ҡылымдан ҡушып яһалған сифаттар: йөрәк әрнеткес, ғәфү ителмәҫлек, баш ватҡыс, баш ҡатырғыс, ҡот осҡос; 8) беренсе компоненты бөтә һүҙенән торған һүҙҙәр: бөтә ил, Бөтә Союз, бөтә донъя, бөтә Башҡортостан; 9) ҡушма һандар: ун бер, ун биш, егерме алты; 10) беренсе компоненты һәр, һис, -ҡайһы, әллә һүҙенән тор­ ған ҡушма һүҙҙәр: һәр бер, һәр ваҡыт, һәр заман, һәр йыл, һәр кем, һәр көн, һәр ҡайҙа, һәр ҡайһыһы, һәр ҡасан, һәр нәмә, һәр төрлө, һәр хәлдә, һәр яҡлап; һис бер, һис кем, һис ҡайҙа, һис нәмә, һис шикһеҙ; ҡайһы бер, ҡайһы ваҡыт, ҡайһы саҡ; әллә кем, әллә ни, әллә нимә, әллә тағы; 11) Ҡушма ҡылымдар: бара алмау, килә алмау, килеп инеү, ҡот осоу, баш ватыу, баш ҡатырыу.

119
Закрыть