Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 118.

Ҡушма һүҙҙәр тоташ яҙылғанда, фонетик үҙгәрештәргә лә осрай, һүҙҙәрҙе ҡушҡас, ике һуҙынҡы араһында килгән йәки икенсе компоненттың башында килгән тс-к өндәре ғ-г менән сиратлаша һәм әйтелгәнсә яҙыла (Аҡ иҙел — Ағиҙел, бер көн — бергөн, яры ҡанат — ярғанат, ел ҡыуар — елғыуар).

Күҙҙәрҙе ҡушҡанда, өндәрҙең сиратлашыуынан башҡа тағы, ғөмүмән, һүҙҙәрҙең яҙылышы үҙгәрә. Мәҫәлән: гөл- емеш — гөлйемеш, ир егет — ирйегет. Был ҡағиҙә киләсәктә лә һаҡланырға тейешме, түгелме? Беҙҙең фекерсә, үҙгәртелергә тейеш, сөнки бер үк һүҙҙең ике төрлө яҙып йөрөтөлөүе мәктәп­ тәрҙә уҡытыу процесын ҡыйынлаштыра. Мәктәптә уҡыусы балалар емеш һүҙен айырым яҙғанда ла йемеш тип яҙа баш­ лайҙар. Шуға күрә ҡушма һүҙҙәрҙең компоненты булып кил­ гәндә лә, һүҙҙәр үҙҙәренең элекке яҙылыштарын һаҡларға тейештәр (гөл-емеш — гөльемеш, ир-егет — ирьегет).

Юғарыла әйтелгән принциптарҙан сыҡҡанда, ҡушма һүҙ­ ҙәрҙең ҡайһылары тоташ, ҡайһылары айырым яҙылырға тейеш, шуларға туҡталып үтәйек.

Тоташ яҙылырға тейеш 1) Кеше исемдәре, географик атамалар, ботаника, зоология, астрономия терминдары, ижтимағи-сәйәси терминдар һәм, ғөмүмән, яңы төшөнсә белдергәндә беренсе компоненты үҙенең тура мәғәнәһен юғалтҡан башҡа төрлө исемдәр: Ағиҙел, Ҡари­ ҙел, Ҡараяҡуп, Стәрлетамаҡ, Миәкәбаш, Ҡарайерек, Ишти­ рәк, аҡҡош, бүрекбаш, ҡырғаяҡ, ҡыҙылғанат, Тимерғаҙыҡ, Башташ, Ҡараташ, Тағанташ, Тумалташ, Ҡарауылтүбә, Тимерарҡа (тау исемдәре), Ҡолтүбән (күл исеме), дүртмөйөш, өсмөйөш һ. б.

Тау, күл һүҙҙәре бергә әйтеп йөрөтөлә торған географик атамалар ҙа тоташ яҙылалар: Бурһыҡтау, Ыйыҡтау, Ҡаратау, Ҡарауылтау, Нарыштау, Сәкәштау, Тыратау, Ямантау, Оҙонкүл, Сыбаркүл, Ҡандрагүл, Яҡтыгүл, Янғантау һ. б.; 2) бер төшөнсәне белдереү өсөн ике һүҙҙән ҡушып алған сифаттар, рәүештәр: үҙһүҙле, икейөҙлө, берғатлы, атҡаҙанған, үҙаллы; сынъяһау, бушҡул, тәүбашлап, тәүтапҡыр, аяғөҫтө, баштүбән, кемуҙарҙан, яланаяҡ, яланҡул, бергөн, берыолы, бернисә, беррәүешле, беррәттән, берһүҙһеҙ, бертауыштан, бертигеҙ, бертуҡтауһыҙ, беръяҡлы, бертөрлө.

118
Закрыть