Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы тураһында матбуғатта бер нисә мәҡәлә баҫылып сыҡты. Шулар араһында Ә. И. Харисовтың мәҡәләһе айырым иғтибарға лайыҡлы. Ул үҙенең «Яңы орфография проблемалары» тигән мәҡәләһендә110 ҡушма һүҙ ҙәр яҙылышы мәсьәләһенә киң генә туҡтала. Авторҙың төп положениелары менән, нигеҙҙә, килешергә мөмкин.
Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышын ниндәй принциптарҙан сығып билдәләргә тейешбеҙ? Хәҙер шул мәсьәләгә туҡталып үтәйек.
Төп принцип булып ҡушма һүҙҙең исем, сифат, алмаш йәки һандан килгән беренсе компоненттың үҙаллылыҡ мәғәнәһе, аныҡлаусылыҡ функцияһы һаҡланыу-һаҡланмауы иҫәп ләнергә тейеш: әгәр ҡушма һүҙҙең беренсе компоненты үҙаллылыҡ мәғәнәһен, аныҡлаусылыҡ функцияһын һаҡла маһа, тоташ яҙырға, әгәр һаҡлаһа — айырым яҙырға кәрәк. Шуның менән бергә бында баҫымдың да әһәмиәте бар. Ҡушма һүҙҙәр бер баҫым менән әйтелә, һәм ул ҡушма һүҙҙең икенсе компонентына төшә (ҡара, ҡош — ҡара-ғош). Ҡушма һүҙҙәр ҙең тоташ йәки айырым яҙылыуында уларҙың компоненттары ның ниндәй грамматик формала һәм ниндәй фонетик мөнәсәбәттә килеүҙәре лә билдәле бер роль уйнай. Мәҫәлән, беренсе компоненты һуҙынҡы йәки тартынҡы өнгә бөтөп, икенсе компоненты һуҙынҡы өн менән башланған йәки беренсе компонент аҙағында һәм икенсе компоненттың башында бер үк төрлө тартынҡылар килгән ҡушма һүҙҙәр тоташ әйтелергә һәм яҙылырға тиҙерәк бирелеүсән булалар (аҡҡош, Ҡариҙел һ. б.). Икенсе компоненты өсөнсө зат ялғауы менән йәки беренсе компонент сифат яһаусы тсы-ке, ғы-ге ялғауҙары менән килгәндә, тоташ әйтелмәйҙәр ҙә, яҙылмайҙар ҙа; тоташ яҙып йөрөтөлә икән, ул ваҡытта һүҙҙең грамматик формаһы үҙгәрә, зат һәм сифат яһаусы ялғау төшөп ҡала: ат борсағы, ат йыуаһы, айыу алабутаһы; билбау (бил бауы), алмағас (алма ағасы); өҫҡорма (өҫкө ҡорма), аръяҡ (арғы яҡ), алтөрән (алғы төрән).
Ҡушма һүҙҙәрҙе тоташ яҙыу күп кенә ваҡытта һүҙҙең мәғәнәһен дифференциациялауға ла ярҙам итә. Мәҫәлән, күк бүрек (ниндәй бүрек? — күк бүрек), күкбүрек (үҫемлек исеме).
110 Харисов Ә. Яңы орфография проблемалары. «Совет Башҡортостаны», 29.VI. 1960.
117