Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 116.

тәүбашлап ҡушма һүҙҙәргә ентекле ғилми классификация яһап, уларҙың яһалыу формаларын асып бирҙе. Был турала икенсе хеҙмәтте Т. М. Ғарипов яҙҙы. Ул үҙенең «Башҡорт телендә исем һүҙҙәрҙең яһалышы» тигән монографияһында башҡорт телендәге ҡушма һүҙҙәрҙең төрҙәренә төплө харак­ теристика биргән109. Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышын билдәләгән­ дә, әлбиттә, был хеҙмәттәрҙәге ғилми-теоретик положениеларҙы иҫәпкә алырға тейешбеҙ, һәр хәлдә, был мәсьәлә, үҙебеҙҙең тел­ дең үҙенсәлектәренән сығып, ғилми нигеҙҙә хәл ителергә тейеш.

Ҡайһы берҙә беҙҙә ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышын, рус телендә ҡушып яҙыла икән, беҙҙә лә ҡушып яҙылырға тейеш тигән принциптан ғына сығып хәл итеүгә ынтылыуҙар осрай. Ләкин бының менән килешеп булмай, сөнки рус теле менән башҡорт теле — икеһе ике системалы тел. Һәр бер телдең үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, рус телендә һүҙҙәрҙе ҡушып яҙғанда, ике һүҙҙе бергә бәйләй торған өндәр килә (шесть — месячный — шести­ месячный), беҙҙең телдә ул юҡ (алты айлыҡ); шунан һуң рус телендә бер һүҙ менән аңлатылған төшөнсәләр беҙҙә ике һүҙ менән аңлатылырға мөмкин (гусятина — ҡаҙ ите). Рус телендә бер генә һүҙ менән әйтелеүенә ҡарап, беҙ ҙә ҡаҙите тип ҡушып яҙһаҡ, дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки бында беренсе һүҙ үҙенең аныҡлаусылыҡ мәғәнәһен юғалтмаған, иттең төрөн аңлата (ҡаҙ ите, һарыҡ ите, һыйыр ите, ат ите һ. б.). Шунан ҡушма һүҙҙәр яҙылышын билдәләгәндә, бер һүҙҙе үҙен генә айырып алып хәл итергә ярамай, ә формалаш һүҙҙәрҙе бөтәһен бергә алып хәл итергә кәрәк. Мәҫәлән, биш йыллыҡ һүҙен үҙен генә айырып алып, рус телендә лә ҡушып яҙыла, беҙ ҙә ҡушып яҙырға тейешбеҙ, тип хәл итһәк, дөрөҫ булмаҫ ине. Был формалағы башҡа һүҙҙәрҙе лә иҫкә алырға кәрәк: өс йыллыҡ, ете йыллыҡ, ун йыллыҡ (мәктәп), алты айлыҡ (курс), егерме биш йыллыҡ (эш), Ленинградтың ике йөҙ илле йыллығы һ. б. Биш йыллыҡ һүҙен ҡушып яҙғас, быларҙың бөтәһен дә ҡушып яҙырға кәрәк, сөнки һәр бер һүҙ өсөн айырым ҡағиҙә сығарып булмай (егерме- бишкөнлөк, икейөҙиллейыллыҡ), быларҙы ҡушып яҙғас, һан­ дарҙы ла ҡушып яҙыу мәсьәләһе килеп тыуа: егермебишкөнлөк эшем бар, тигәндә, егерме биш көнлөк һүҙҙәрен ҡушып яҙабыҙ икән, егерме биш һүҙе айырым ҡулланылғанда ла ҡушып яҙылырға тейеш була.

109 Гарипов Т. М. Башкирское именное словообразование. Уфа, 1959.

116
Закрыть