с) күп милләтле, Бөтә Союз, бөтә донъя, бөтә Башҡортостан; т) тәүбашлап, тәүтапҡыр, тәүтормош, тәүһыҙма, тәүшарт, тәү башта, тәү баштағы; у) аҡһыл күк, ала сыбар, ҡан ерән, ҡара туры, ҡуйы ҡыҙыл, ҡыҙыл бурыл, ҡыҙыл һары, көрән һары, ҡара көрән, ҡоба туры; ф) ауыл-ара, район-ара, халыҡ-ара, үҙ-ара; х) әллә кем, әллә ни, әллә нимә, әллә ни тиклем, әллә тағы; ц) ни эшләй, ни эшләгәс, ни эшләһә, ни эшләгән, ни эшләп.
Юғарыла килтерелгән ҡушма һүҙҙәр бөтәһе лә хәҙерге матбуғатта ҡабул ителгән формала яҙылғандар. Әгәр шул һүҙ ҙәрҙең яҙылышын тикшереп ҡараһаҡ, түбәндәге хәлде күрәбеҙ: а) бер күңелдән, бер фекерҙән, бер һүҙҙән, бер юлы рәүештәре — айырым, ә кемуҙарҙан, берауыҙҙан, бушҡул, аяғөҫтө, яланҡул, баштүбән рәүештәре — тоташ; б) нишләп — тоташ, ни эшләһә, ни эшләгән — айырым; үҙаллы, үҙһүҙле сифаттары — тоташ, ә бер ҡатлы (бер ҡатлы кеше), ике йөҙлө сифаттары — айырым; в) Ямантау, Янартау, Ҡарауылтүбә (тау) — тоташ, ә Нарыш-тау дефис аша, Тимер арҡа (тау) — айырым; ала ҡарға — айырым, алағорт тоташ яҙып йөрөтөләләр.
г) Ҡараҡалпаҡ тигәндә тс өнө сиратлашмай, ә ҡарағанат, ҡарағош, ҡыҙылғанат, алағорт, ҡыҙылғойроҡ тигәндә -ҡ өнө ғ менән сиратлашып яҙыла.
Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы мәсьәләһе башҡорт тел белемендә генә түгел, ғөмүмән тюркологияла хәл ителмәгән ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булып иҫәпләнә. Был — беҙҙең телдә аналитик форма һүҙ яһалышының ҙур урын алыуынан килә.
һуңғы ваҡытта ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышына бәйле ғилми- теоретик хеҙмәттәр сыға башланы. Быға миҫал итеп, Б. О. Оруз- баеваның «Ҡырғыҙ телендә һүҙ яһалышы» тигән хеҙмәте менән106, С. Н. Муратовтың «Төрки телдәрендә тотороҡло һүҙ бәйләнештәре» тигән хеҙмәтен107 күрһәтеп китергә мөмкин.
Башҡорт тел белемендә лә ҡушма һүҙҙәр ғилми-теоретик яҡтан яҡшы уҡ тикшерелгән, тип әйтергә мөмкин. Профессор Н. К. Дмитриев үҙенең «Башҡорт теле грамматикаһы»нда108 106 Орузбаева Б. О. Словообразование в киргизском языке (автореферат док торской диссертации). Фрунзе, 1964.
107 Муратов С. Я. Устойчивые словосочетания в тюркских языках. М. 1961.
108 Дмитриев Н. К. Башҡорт теле грамматикаһы. Өфө, 1950.
115