Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 113.

буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлау менән (1948 йыл) сикләнмәйенсә, 1964 йыл «Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйте­ леше» тигән китап баҫтырып сығарҙы105. Китапта автор, дөйөм теоретик фонетика нигеҙенә таянып һәм уны башҡорт теленең фонетикаһына бәйләп, башҡорт орфоэпияһының төп мәсьәлә­ ләрен квалификациялы рәүештә дөрөҫ хәл иткән. Унда төп баш­ ҡорт һүҙҙәренең дөрөҫ әйтелеше тураһында ғына түгел, рус, ғәрәп, фарсы һүҙҙәренең һәм ялғауҙарының дөрөҫ әйтелеше тураһында ла тулы яуап табырға мөмкин. Хәҙер шул орфоэпик ҡағиҙәләрҙе практик рәүештә ғәмәлгә ашырырға кәрәк. Беҙҙә, ғәҙәттә, һүҙҙең әйтелеше менән яҙылышы араһындағы сикте айырмайҙар. Был инде дөйөм тел мәҙәниәтенең етешмәүенән килә.

5. ҠУШМА ҺҮҘҘӘР ЯҘЫЛЫШЫ Беҙҙең орфографияла ҡушма һүҙҙәр яҙылышы хаҡында төп принциптар әйтелгән: ике тамырҙан йәки нигеҙҙән тороп та, бер нәмәгә исем йәки термин булып киткән һүҙҙәр ҡушып, ә беренсе һүҙ бер үк нәмәнең төрлө сифатын белдереп йәки пред­ меттарҙың береһенән икенсеһен айырып килгән йәки һуңғы һүҙе зат ялғауы менән килгән ҡушма исемдәр, ике һүҙҙән тор­ ған ҡушма сифаттар, рәүештәр айырым яҙылалар: олатай, ҡарағош, балғалаҡ, Ҡариҙел, Биктимер, ҡулъяулыҡ, аҡҡош; ләкин: ағас күпер, таш күпер, Аҡ диңгеҙ, Урта диңгеҙ, алма ағасы, ишек алды; ҡот осҡос, Бөтә Союз (§ 37) һ. б.

Ләкин был принциптар ҡушма һүҙҙәр яҙылышында осраған бөтә осраҡтарҙы ла эсенә алып бөтөрә алмай. Шунлыҡтан прак­ тикала ҡушма һүҙҙәр яҙылышында буталсыҡтар, ҡыйынлыҡ­ тар тыуа, мәғәнәләре яғынан бер үк төркөмгә ингән ҡушма һүҙҙәр төрлөсә яҙып йөрөтөлә.

Башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәрҙең ҙур урын тотҡанын һәм уларҙың яҙылышындағы буталсыҡтарҙы күрһәтеү өсөн, уларҙы төркөмдәргә бүлеп, миҫалдар килтереп үтәйек: а) бер ергә лә, бер ерҙә лә, бер заман, бер кем, бер кемгә лә, бер кем дә, бер килке, бер көйсә, бер көн, бер көнлөк, бер күңелдән, бер ҡайҙа ла, бер ҡайҙан да, бер ҡасан да, бер нисек тә, бер нисә, бер ни тиклем, бер нәмә, бер нәмә лә, бер рәттән, бер саҡ, бер тигеҙ, бер тиң, бер тиклем, бер төр, бер төрлө, бер төҫлө, бер туған, бер үҙе, бер юлы; 105 Киекбаев Ж. Ғ. Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше. Өфө, 1964.

113
Закрыть