Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 111.

металлы (металлы), металы (металл-ы), металлды, металлға; турист — туристар (турист-тәр), туристкә; промышленность — промышленносте (промышленность-те), промышленносе (про- мышленность-е), промыш-ленносткә; поезд — поезы (поезд-ы), поездар (поезд-дар), поездға; съезд — съезы (съезд-ы), съезда (съезд-да, съездға).

4. ҒӘРӘП-ФАРСЫ ҺҮҘҘӘРЕ ЯҘЫЛЫШЫ Беҙҙең орфографияла ғәрәп-фарсы теленән ингән һүҙҙәрҙең яҙылышы мәсьәләһе асыҡланып етмәгән. Хәҙерге орфография­ ла ғәрәп-фарсы һүҙҙәренең яҙылышы тураһында түбәндәге ҡағиҙә бирелә: Революцияға тиклем үк башҡорт теленә көнсығыш телдә­ ренән инеп, ныҡ үҙләшеп, һөйләшеү телендә төрлөсә әйтелеп йөрөй торған һүҙҙәр яҙылыштары яғынан түбәндәгесә өс төр­ көмгә бүленә: 1) ҡалын яҙыла торған һүҙҙәр: тамам, донъя, ҡарар, талап, яуап, халыҡ, ҡабул, байрам; 2) нәҙек яҙыла торған һүҙҙәр: сәләм, сәләмәт, рәхәт, сәбәп, енәйәт, мөнәсәбәт, мәҡәлә, Зәкиә; 3) ҡалын-нәҙек ижектәр менән яҙыла торған һүҙҙәр: китап, мәғариф, тарих, иғтибар, Фатих, Фатима, Салих, синыф, сифат, ихтыяр, мөһабәт, Сания, Сафия, Суфия, Асия (§ 36).

Был ҡағиҙә генә, әлбиттә, ғәрәп-фарсы һүҙҙәренең яҙылы­ шын хәл итә алмай. Уға өҫтәмәләр, асыҡлауҙар индерелергә тейеш.

Ғәрәп-фарсы һүҙҙәре яҙылышы тураһында ике төрлө фекер бар: бер төркөм иптәштәр ғәрәп һүҙҙәрен үҙгәртмәйенсә яҙыу яғында торалар, ә икенселәре, халыҡ телендә әйтелгәнсә яҙыу кәрәк, тиҙәр. Беҙ ҙә шул һуңғы фекерҙе ҡеүәтләйбеҙ, сөнки был һүҙҙәр хәҙергә тиклем матбуғатта шул халыҡ телендә әйтел­ гәнсә яҙып йөрөтөлә, һәм был яҙылыш традицияға инеп бара. Икенсенән, улар күптән инеп, беҙҙең телдең фонетик законда­ рына ярашып, үҙләшеп киткән. Ләкин шулай ҙа уларҙың яҙы­ лыш принциптарын билдәләргә тейешбеҙ. Матбуғатта бер үк төркөмгә ингән ғәрәп-фарсы һүҙҙәренең бер өлөшө бер прин­ ципта, ә икенсе өлөшө бөтөнләй икенсе принципта яҙып йөрө­ төлә. Мәҫәлән, Фәридә, мәдрәсә, әдәбиәт һүҙҙәре ҙ менән, ә Хәдисә, Сажидә, фидакәр һүҙҙәре д менән яҙып йөрөтөлә.

111
Закрыть