Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 110.

һүҙҙәрендә ҡалын ялғауҙар яҙылырға тейеш (крейсер-ҙәр, академик-тәр, ғалим-дәр; доцент-тар, алфавит-тар, шағир-ҙы, тарих-ты). Шуның өсөн орфографияла ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы тураһында бирелгән төп ҡағиҙәгә был турала өҫтәмә индерергә кәрәк, шулай иткәндә бик күп һүҙҙәрҙең яҙылышы менән әйтелеше араһындағы айырма кәмей.

Хәҙер ялғауҙар ҡушылғанда, рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙең тамыры йәки нигеҙе тулы һаҡланыу-һаҡланмау мәсьәләһенә туҡталып китәйек. Ғәмәлдәге орфография буйынса ялғауҙар ҡушылғанда бөтә хәлдәрҙә лә тамыр йәки нигеҙ һүҙҙең аҙағындағы ҡайһы бер өндәр төшөп ҡала. Мәҫәлән, ялғауҙар ҡушҡанда, тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙең аҙағындағы бер иш ҡуш тартынҡының береһе, ә -ист, -cm, -стъ формаһында бөткән һүҙҙәрҙә т яҙылмай (грипп — грипте, артист — артисе, часть — часе).

Был хаҡта Ә. И. Харисовтың «Ғәмәлдәге орфография буйынса -остъ, -стъ,-cm, һәм -зд формаһына бөткән һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушҡанда, т (тъ), д өндәре төшөрөлә. Был ҡағиҙәнең көсөн сикләргә кәрәк булыр, сөнки уны дөйөм бер принцип итеп алып бөтә төр ялғауҙарға ҡарата ҡулланыу һүҙҙәрҙе боҙоп яҙыуға, хата үҙләштереүгә килтерә. Был хәл бигерәк тә мәктәп практикаһында буталсыҡ тыуҙыра»104 тигән фекере менән тулыһынса ҡушылырға тура килә.

Ысынлап та, мәктәптә әсә теле дәресендә һәр бер ялғау ҡушҡанда уҡыусы промышленность һүҙен промышленное формаһында яҙып йөрөй икән, ялғауһыҙ яҙырға тура килгәндә, русса ла, башҡортса ла шулай яҙа башлаясаҡ, был хәл грамо- талылыҡты түбәнәйтеүгә алып бара, ике телдә лә дөрөҫ яҙыуҙы үҙләштереүҙе ҡыйынлаштыра.

Шуға күрә рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәр ялғауҙар ҡуш­ ҡанда ла үҙҙәренең яҙылыштарын мөмкин тиклем тулыһынса һаҡларға тейештәр. Хәҙер ғәмәлдә булған орфографияла был турала бирелгән ҡағиҙәләргә асыҡлыҡ индерергә мөмкин.

Был төр һүҙҙәрҙәге аҙаҡҡы өндәрҙе шул өн менән башланған ялғауҙар йәки өсөнсө зат ялғауы ҡушҡанда ғына төшөрөп яҙып, башҡа урындарҙа төшөрмәй яҙырға кәрәк: металл — 104 Харисов Ә. Яңы орфография проблемалары. «Совет Башҡортостаны». 30.YI. 1960.

110
Закрыть