Әгәр беҙ ҙә ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышын дөйөм бер ныҡлы ҡағиҙәгә нигеҙләмәйенсә, «шулай әйтелә, шуға күрә шулай яҙыла» принцибынан сығып ҡына хәл итһәк, орфогра фияны үҙләштереүҙе ҡыйынлаштырасаҡбыҙ ғына.
Ҡайһы бер телселәр рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә ялғау ҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышын һүҙҙең һуңғы ижегенән алдағы ижектән сығып билдәләргә тәҡдим итәләр: әгәр һүҙҙең һуңғы ижеге алдындағы ижек ҡалын булһа, ҡалын ялғау — нәҙек булһа, нәҙек ялғау яҙыла (ударник-тар, осетин-дәр). Ләкин был дөйөм бер принцип була алмай. Мәҫәлән, кабинет, комитет, инженер, диспетчер һәм башҡа шуның һымаҡ бик күп һүҙҙәрҙә һуңғы ижектән алда нәҙек ижек килгән, тимәк, юғарыла әйтелгән ҡағиҙә буйынса нәҙек ялғау яҙылырға тейеш (кабинет-тәр, комитет-тәр, инженер-ҙәр, диспетчер-ҙәр), ләкин әйтелешкә тура килтерәйек тиһәк, ҡалын ялғау яҙырға тейеш беҙ (кабинет-тар, комитет-тар, инженер-ҙар, дисиетчер-ҙар).
Беҙҙең фекерсә, хәҙерге орфографияла ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышын билдәләүсе төп ҡағиҙә һаҡланырға тейеш, сөнки ул ҡағиҙә башҡорт әҙәби теленең бөтә һүҙҙәренә ҡарата әйтелә. Ә инде рус теленән һәм бүтән телдәрҙән ингән айырым төркөм һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышын әйтелешкә яҡынайтыу өсөн төп ҡағиҙәгә ҡайһы бер асыҡлауҙар, иҫкәрмә ләр индерергә кәрәк.
Э. И. Харисов үҙенең «Яңы орфография проблемалары» тигән йөкмәткеле мәҡәләһендә103 был мәсьәләгә бик ныҡ туҡта лып, рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышын түбәндәгесә билдәләргә тәҡдим итә: 1. Нәҙек ялғауҙар яҙыла: а) йомшаҡлыҡ билдәһенә бөткән һүҙҙәргә: автомобил-дәр, артел-гә, нефт-се, ләкин — секретар-ҙар, кустар-сылыҡ.
б) и, ий, е (э), ей, ие өндәренә бөткән һүҙҙәргә: коньки-ҙә, Октябрьский-гә, юбилей-гә, коммюнике-лә, учреждение-лә.
2. Бөтә ҡалған осраҡтарҙа рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ҡалын ялғауҙар яҙыла.
Тамырҙарында а, о, у, ы, я, ю һуҙынҡылары булмаған, ике йәки унан артыҡ тартынҡыға бөткән йәки ижеге е өнө менән билдәләнгән бер ижекле һүҙҙәрҙә ҡалын ялғауҙар яҙыла: метр ҙан, цех-ҡа, грек-тар.
103 Харисов Әхнәф. Яңы орфография проблемалары. «Совет Башҡорт останы». 1960. 26.VI, 29.VI, 30.VI.
107