Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 106.

селәрҙең ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышын билдәләүсе ҡағиҙәләр, ғөмүмән, «орфоэпик норманы боҙоуға килтерҙе»101 тигән фекерҙәре менән килешеп булмай. Был ҡағиҙәләр ғөмү­ мән, орфоэпик норманы боҙмай, ә рус әҙәби теле аша ингән һәм ғәрәп теленән ингән айырым төркөм һүҙҙәрҙең яҙылышын әйтелешенән бер аҙ йыраҡлаштыра ғына. Әлбиттә, ниндәй генә ҡағиҙә төҙөгәндә лә был төркөм һүҙҙәрҙең яҙылышы менән әйтелешендә тулы тура килеү булдырыу мөмкин түгел, ләкин яҡынлаштырырға мөмкин, һәр бер төр ялғауҙың әйтелеше принцибынан сыҡҡанда, бәлки, яҙылыш менән әйтелеш ара­ һында бер ни тиклем тура килеү булдырырға мөмкин булыр ине, ләкин улай булғанда һәр бер төр ялғауға тиерлек бер ҡағиҙә төҙөргә кәрәк буласаҡ. Икенсенән, әйтелештә төрлөлөк булырға мөмкин: бер үк ялғауҙы бер үк һүҙҙә берәү ҡалын әйтергә, икенсе берәү нәҙек әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, ударник һүҙендә күплек ялғауын ҡалын яҙабыҙ икән, әйтелешкә бик тура килеп тора, ә зат ялғауын ҡалын итеп ударниг-ы тип яҙа­ быҙ икән, әйтелешкә бик үк тура килмәй. Тимәк, был принцип­ тан сыҡҡанда, рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышын дөйөм ҡағиҙәләр аҫтына алып булмай. Ә яҙылышта төрлөлөк булмаһын өсөн, орфографияның ҡағиҙәләре бөтә кешегә аңлайышлы, асыҡ, дөйөм булырға тейеш. Яҙыуҙа осрай торған бөтә моменттар дөйөм ҡағиҙәләр аҫтына алынғанда ғына грамоталы яҙыу, дөрөҫ яҙыу урынлаш­ тырылырға мөмкин. XIX быуатта рус теле орфографияһында ла шундай бер хәл була, бер үк һүҙҙәр бер нисә төрлө яҙып йөрөтөлә башлайҙар. Шул ваҡытта В. Г. Белинский, бының ныҡлы ҡағиҙәләр булмағандан килгәнлеген әйтеп, былай ти: «Рус орфографияһындағы буталсыҡтар һәм ҡыйынлыҡтар ҡағиҙәләрҙең иреклелегенән (тотороҡһоҙлоғонан) килә. Уҡыу­ сыға дөйөм ҡағиҙәне әйтһәгеҙ, уны тиҙ аңлар һәм шуға ярашлы итеп яҙырға ғәҙәтләнеп китер; дөйөм ҡағиҙәнән тыш ҡайһы бер иҫкәрмәләрҙе лә хәтерҙә ҡалдырыу уға ул тиклем ҡыйын бул­ маҫ. Ә инде уға бының яҙылышы тураһында ҡағиҙә юҡ, шулай яҙып йөрөтөлә инде, тип әйтһәгеҙ — ул ваҡытта һеҙҙең грамма­ тикағыҙ һәм орфографияғыҙ уның өсөн ғазапҡа әйләнәсәк»102.

101 Сәитбатталов Ғ. Фәвни нигеҙҙә төҙөлгән башҡорт теле орфографияһы өсөн. «СоветБашҡортостаны». 11.X.1957.

102 Виноградов В. О реформе и упорядочении русской орфографии. «Учи­ тельская газета». 1954. 21 август.

106
Закрыть