ирек, бүрек һүҙҙәрендә ы-е яҙырға, ә ҡалғандарында, мәҫәлән, ҡурҡ, ялҡ, өрк һ. б. һүҙҙәрҙә яҙмаҫҡа кәрәк, тиҙәр".
Ҡайһы бер авторҙар ы-е, о-ө өндәренең хәрефтәре яҙылышын һүҙ төркөмө булыу яғынан сығып билдәләргә тәҡдим итәләр: иҫемдәрҙә яҙырға, ә ҡылымдарҙа яҙмаҫҡа, тиҙәр100.
Шул рәүешле бер һүҙ төркөмө булып килгәндә — яҙырға, икенсе һүҙ төркөмө булып килгәндә — яҙмаҫҡа, йәки шул төр көмдән булған һүҙҙәрҙең бер нисәһендә яҙып, ҡалғандарында яҙмаҫҡа формаһында хәл итһәк, яҙылышты ҡатмарландырыу булыр ине. Мәҫәлән, ниндәй һүҙ төркөмөнән булыу принци- бынан сыҡһаҡ, халыҡты, бүректе һүҙҙәрендә икенсе ижектә һуҙынҡы өн хәрефен яҙырға, ө ҡурыҡты, һелекте тигәндә яҙмаҫҡа тейеш булабыҙ. Орфографияла системалылыҡты күҙ уңында тотһаҡ, был төркөм һүҙҙәрҙең яҙылышы бер генә прин ципҡа ҡоролорға тейеш: элеккесә, фонематик-морфологик принциптан сығып, береһендә лә яҙмаҫҡа йәки, фонетик прин циптан сығып, бөтәһендә лә яҙырға кәрәк. Үҙгәртергә кәрәк икән, ул ваҡытта был форма һүҙҙәрҙә о-ө, ы-е өндәре хәрефтәре нең яҙылышын фонетик принципҡа ҡорорға кәрәк.
3. ЯЛҒАУҘАР ЯҘЫЛЫШЫ Рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылыу мәсьәләһе беҙҙең орфографияла һуңғы йылдарҙа бәхәсле мәсьәләләрҙең береһе булып килде. Ғәрәп һәм латин лаштырылған алфавиттар нигеҙендә төҙөлгән орфографияларҙа ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы бер төрлө лә ҡыйын лыҡ тыуҙырманы, сөнки ул ваҡытта рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙең бөтәһе лә башҡорт теленең фонетикаһына һәм син гармонизм закондарына буйһондороп яҙыла ине.
1934 йылда орфографияға рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә е, о өндәре хәрефтәре яҙылышын һаҡлау тураһында үҙгәреш индерелгәс, ялғауҙарҙы ҡалын йәки нәҙек яҙыу мәсьәләһе көн тәртибенә ҡуйылды, сөнки е, о өндәре хәрефтәренең яҙылышын ҡабул итеү менән рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә сингармо низм законы һаҡланмай башлай. Мәҫәлән, 1934 йылға тиклем 99 Киекбаев Ж. Ғ. Орфографияны яҡшыртыуҙың ҡайһы бер мәсьәләләре. «Совет Башҡортостаны ».25. VIII.1957.
100 Сәитбатталов Ғ. Фәнни нигеҙҙә төҙөлгән башҡорт теле орфографияһы өсөн. «Совет Башҡортостаны». 11.Х. 1957. Ишбулатов Ғ. Орфография һәм лек сика хаҡында фекерҙәр. «Совет Башҡортостаны». 7.XII.1957.
104