Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 103.

2. Хәҙер ы-е, о-ө өндәре хәрефтәренең яҙыуҙа төшөп ҡалыу- ҡалмау мәсьәләһенә туҡталайыҡ.

Хәҙерге орфографияла о-ө, ы-е хәрефтәренең яҙыуҙа төшөп ҡалыу-ҡалмауы түбәндәгесә билдәләнә: а) тамыр йәки нигеҙҙәрендә о-ө, ы-е өндәренең береһе булған һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушылғанда ла о-ө, ы-е өндәре хәрефтәре төшөрөлмәйенсә яҙыла (ҡоро — ҡороған, ҡоролоҡ, ҡоротоу; төшөр — төшөрөү, төшөрөлөү; айыр — айырым, айырылыу, айырыуса; ғилем — ғилеме); б) тамырында йәки нигеҙендә о-ө, ы-е өндәренең береһе әй­ телмәгән һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушылғанда инде о-ө, ы-е яҙылмай (осра — осрау, осраҡлы; бөҙрә — бөҙрәләнеү, бөҙрәләнгән; аҡрын — аҡрынайыу; күкрә — күкрәү; сәсрә — сәсрәү); в) тс-к өндәренең береһенә бөткән һүҙҙәрҙең аҙағына һуҙын­ ҡы өн ялғағанда, тс-к өндәре ғ-г өндәре менән сиратлашмаһа, о-ө, ы-е өндәре хәрефтәре ул һүҙҙәрҙең тамырында ла, шулай уҡ уларға ялғауҙар ҡушылғанда ла яҙылмай (йолҡ — йолҡа, йол- ҡоу, йолҡто; өрк — өркә, өркөү, өрктө); ҡырҡ (һан) — ҡыр­ ҡынсы, ҡырҡар, ҡырҡлап; ҡырҡ (ҡылым) — ҡырҡыу, ҡырҡты, ҡырҡыр; г) һүҙҙең аҙағында и ялғап, сифат яһағанда һуңғы ижек ал­ дындағы ы-е төшөп ҡала (синыф — синфи, ғилем — ғилми); д) аҙаҡтары тартынҡы өндәрҙең береһенә бөткән һүҙҙәрҙәге ра-ҡ-рэк ялғауҙары алдында о-ө, ы-е өндәре хәрефтәре һәр ваҡыт яҙыла (тотош — тотошораҡ, уҡып — уҡыбыраҡ, төҙ — төҙөрәк, аҙ — аҙыраҡ, йәшел — йәшелерәк) (§ 12).

Үрҙәге ҡағиҙәләрҙең бигерәк тә өсөнсөһө матбуғатта бәхәс тыуҙыра. Күренеүенсә, тс-к-гә бөткән һүҙҙәрҙең яҙылышы фо­ нематик-морфологик принципҡа ҡоролған: был төркөм һүҙҙәр тамыр, нигеҙ хәлдә лә, ялғауҙар ҡушылғанда ла бер төрлө яҙы­ лалар: ялғау ҡушылғанда был һүҙҙәрҙә о-ө, ы-е өндәре төшөп ҡа­ лалар икән, тамыр, нигеҙ хәлендә лә төшөрөп ҡалдырыла.

Матбуғатта сығыш яһаусылар был ҡағиҙәне үҙгәртеүҙе тейеш табалар, ләкин улар араһында фекер берлеге юҡ. Бер төркөм авторҙар халыҡ, бүрек, ирек, йолҡ һәм башҡа шуның һымаҡ һүҙҙәрҙең бөтәһендә лә о-ө, ы-е яҙылышы һаҡланырға тейеш, тиҙәр98. Икенсе бер төркөм авторҙар милек, халыҡ, 98 Ишбулатов Н. Орфография хаҡында фекерҙәр. «Совет Башҡортостаны». 19.X. 1957; Яңы орфография башҡорт теленең үҙенсәлектәренә яуап бирһен ине. «СоветБашҡортостаны». 9.II. 1952.

103
Закрыть