Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 102.

Был мәҡәләләрҙең авторҙары, я-ның нәҙек варианты йә рәүешендә яҙыла, былар ҙа шулай ике хәреф менән яҙылырға, бер система булырға тейеш, тиҙәр.

Беҙҙең алфавит, һәр кемгә билдәле, рус графикаһы ниге­ ҙендә төҙөлгән. Беҙҙең әҙәби телгә рус теленән бик күп һүҙҙәр инеп башҡорт теленең үҙ һүҙҙәре менән бер хоҡуҡта, бер үк дәрәжәлә ҡулланылып йөрөйҙәр. Бына шуларҙы иҫкә алмай, яһалма рәүештә яҙыуҙы ҡатмарлаштырыу, уны фонетик транс­ крипцияға әйләндереү кәрәкме? Рус телендәге я, ю хәрефтәре шул уҡ беҙҙәге йа, йу өндәрен белдерә. Рус алфавиты ике өн ҡушылмаһын бер генә хәреф менән яҙырға мөмкинлек бирә икән, ниңә уны файҙаланмаҫҡа?! Мәҫәлән, йаҡ, йуҡ һүҙҙәрен өс хәреф менән яҙыу урынына рус хәрефтәрен файҙаланып, ике генә хәреф менән яҙабыҙ икән, бында һүҙҙең әйтелешенә бер төрлө лә зарар килмәй. Был авторҙарҙың тәҡдимдәрен ҡабул иткәндә, һүҙҙәрҙең яҙылышында ике төрлөлөк килеп сыға: рус теленән ингән һүҙҙәрҙә шул уҡ өндәр ҡушылмаһын бер генә хәреф менән, ә башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрендә ике хәреф менән яҙырға тейеш булабыҙ. Як (хайуан исеме) тигәндә йа ҡушма өнөн бер генә хәреф менән, ә яҡ тигәндә ике хәреф менән; Янғантау (курорт исеме) һүҙендә башҡортса яҙғанда ике хәреф менән, русса яҙғанда бер генә хәреф менән йәки Ямал-ненец милли округы тигәндә, Ямал һүҙендәге йа-ны бер генә хәреф менән, ә үҙебеҙҙең Ямал (кеше исеме) һүҙен ике хәреф менән яҙырға тейеш булабыҙ. Был хәл инде грамоталылыҡты күтә­ реүгә алып бармай. Шуның өҫтөнә уҡыусылар һәр бер һүҙҙе яҙғанда, был һүҙ башҡорт теленең үҙ һүҙеме әллә рус теленән ингән һүҙме, тип уйларға мәжбүр буласаҡ.

Йа, йу, йу, йе өндәрен ике хәреф менән яҙһаҡ, ъ, ь билдәләрен яҙыуҙан ҡотолабыҙ, тиҙәр.

Беренсенән, ъ, ъ билдәләре башҡортса бик аҙ һүҙҙәрҙә, ҡуш­ ма һүҙҙәрҙә генә ҡулланыла. Икенсенән, беҙ ул билдәләрҙән бөтөнләй ҡотола алмайбыҙ, рус теленән ингән һүҙҙәрҙә барыбер яҙырға тейеш булабыҙ.

Ҡушма һуҙынҡы өндәрҙең я, йә, ю, е, йы (йе) формаһында яҙылышы хәҙер традицияға инеп, үҙләшеп китте. Уларҙың яҙылышында практикала бер төрлө лә ҡыйынлыҡтар осрамай. Был хәрефтәр башҡорт теленең үҙ һүҙҙәренең һәм рус теленән ингән һүҙҙәрҙең дә яҙылышын дөрөҫ кәүҙәләндерәләр. Шуға күрә уларҙың яҙылышын ҡайтанан ҡарауға, беҙҙеңсә, ихтыяж юҡ.

102
Закрыть