Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 101.

Хәҙер алфавиттың бөтә төркиәткә бәйле бер мәсьәләһенә туҡталып китәйек.

Күпселек төрки телдәре өсөн дөйөм булған өндөр бар. Ләкин уларҙың хәрефе рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавиттарҙа төрлөсә алынған. Мәҫәлән, ө (башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, төрөкмән, уйғыр), д (гагауз, хакас), оъ (ҡумыҡ, нуғай); у (баш­ ҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, тува, төрөкмән, уйғыр, азербайжан); у (гагауз, хакас); уь (ҡумыҡ, нуғай); ң (башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар һ. б.); нъ (ҡарасай, нуғай); ҡ (башҡорт), тъ (балҡар, ҡара­ сай, ҡумыҡ); ғ (әзербайжан, башҡорт, ҡарағалпаҡ, уйғыр, ҡаҙаҡ), г (ҡырғыҙ, татар), гъ (балҡар, ҡарасай, ҡумыҡ) һ. б.

Шуның өҫтөнә һәр бер телдә үҙенең үҙенсәлекле өндәре өсөн алынған хәрефтәр бар. Мәҫәлән, а (гагауз); i (ҡаҙаҡ, хакас), р (ҡаҙаҡ) һ. б.

Шул рәүешле бер үк өн хәрефтәренең төрлө телдә төрлөсә алы- ныуы һәм бер үк хәрефтең төрлө өндө белдереүе ҡәрҙәш төрки телдәрендә яҙылған әҙәбиәтте уҡыуҙы, уларҙың мәҙәниәт өлкә­ һендәге өлгәшеүҙәре менән танышып барыуҙы ҡыйынлаштыра.

Икенсенән, сағыштырма планда яҙылған ғилми хеҙмәттәрҙә бөтә төрки телдәрҙән миҫалдар килтерергә кәрәк булғанда ла был хәл ҡыйынлыҡ тыуҙыра, сөнки был хәрефтәр типография кассаларының береһендә лә тулыһынса тупланмаған. Үҙенсә­ лекле хәрефтәрҙе һәр бер милли әлкә, республикаларҙағы ти­ пографияларҙың кассаларында ғына табырға мөмкин.

Бына был хәл алфавиттарға унификация үткәреү кәрәкле­ ген талап итә. Күпселек төрки телдәр өсөн дөйөм булған өндәр­ ҙең хәрефтәре бер төрлө алынһа, бер үк хәрефтәрҙең төрлө алфавиттарҙа төрлө мәғәнәлә ҡулланылыуы бөтөрөлһә, ҡәрҙәш төрки халыҡтарының әҙәбиәте һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары менән танышып барыу эшен еңеләйтер ине.

2. ҺУҘЫНҠЫЛАР ЯҘЫЛЫШЫ 1. Башҡорт әҙәби теленең хәҙерге орфографияһында ҡушма өндәр йа, йу, йу, йе бер генә хәреф менән — я, ю, е хәрефтәре менән — яҙып йөрөтөлә. Орфография буйынса яҙылған ҡайһы бер мәҡәләләрҙә97 был өндәрҙе башҡорт һүҙҙәрендә йа, йу, йу, йе формаһында ике хәреф менән яҙырға кәрәклеге әйтелә.

97 Ишбулатов Н. Орфография хаҡында фекерҙәр. «Совет Башҡортостаны». 19.X. 1957; Йосопов X. Орфографияның ҡайһы бер мәсьәләләренә ҡарата. «Совет Башҡортостаны». 17.XII.1957; Моратов Ә. Яңы орфография башҡорт теленең үҙенсәлектәренә яуап бирһен ине. «Совет Башҡортостаны». 9.II. 1958.

101
Закрыть