Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 100.

әйтелешле тартынҡы v һәм һуҙынҡы о, ы, е (болон, был, белем, ваҡыт) өндәре өсөн айырым хәреф алырға тәҡдим итәләр (мәҫәлән, ё, д, й, уһҡыт, уәкил, бйлон, белем). Был дөрөҫ фекер, әлбиттә, һәр бер фонема өсөн айырым хәреф алғанда яҡшы булыр ине, ләкин уның ҡыйын яҡтары бар. Беренсенән, әгәр ҙә беҙ яңы хәрефтәрҙе бығаса йәшәп килгән у, у, ы, е, о хә­ рефтәренә ниндәйҙер билдәләр ҡуйып алһаҡ, яҙыу бик сыбар­ ланасаҡ, яҙырға ауыр буласаҡ, мәҫәлән, болонлоҡ, быйылғы, белемле, ватылыу һүҙҙәрен болонлоҡ, быйылғы, б^лемлё, уатылыу формаһында яҙырға тура килер ине. Бы ларҙа һәр һуҙынҡыға һәм тартынҡы у-у-гә ике тапҡыр ҡул тейҙерергә тура килә, ә был өндәр бит беҙҙең телдә һәр бер һүҙҙә тиерлек ҡулланыла, был инде яҙыуҙы ҡатмарлаштыра, тиҙ яҙыуға ҡамасаулай. Беҙ хәрефтәрҙең анһат һәм тиҙ яҙы лыуын, һүҙҙәр­ ҙең мөмкин тиклем ыҡсым булыуын, яҙыуҙың еңел у ҡы лы­ уын, күҙгә матур күренеүен дә иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Шунан һуң әгәр 42 хәрефтән торған алфавитыбыҙға тағы ла биш хәреф өҫтәһәк, алфавит 47 хәрефтән торасаҡ. Бында тех­ ник мөмкинселектәрҙе лә иғтибарға алырға кәрәк. Мәҫәлән, бығаса йәшәп килгән алфавит (баш хәрефтәрҙе, тыныш билдә­ ләрен һәм цифрҙарҙы иҫәпләгәндә) яҙыу машинкаһында 102 тамғаға урын табылыуын талап итә. Э беҙҙә хәҙерге көндә ҡулланыла торған машинкаларҙың ни бары 45 баҫмағы булып, 90 ғына тамға һыйҙыра. Шул арҡала беҙҙең яҙыу машинкала­ рында ҡайһы бер тыныш билдәләре етешмәй, әгәр тыныш бил­ дәләрен барыһын да урынлаштырһаҡ, баш хәрефтәрҙе төшөрөп ҡалдырырға тура килә. Типографиялағы хәреф йыя торған машиналарға килгәндә инде шундай уҡ хәлгә осраясаҡбыҙ.

Икенсенән, был биш өн өсөн алфавитта айырым хәрефтәр булмау, яҙыу практикаһында бер төрлө лә ҡыйынлыҡ килтер­ гәне юҡ. Алфавитта булған 42 хәреф беҙҙең телебеҙҙәге бөтә һүҙ­ ҙәрҙе еңел һәм дөрөҫ яҙыуҙы тулыһынса тәьмин итә.

Былай ҙа әле беҙҙең алфавит бүтән төрки телдәренең алфа­ виттарына ҡарағанда хәреф күплеге яғынан беренсе урында тора. Шунан һуң бер хәрефтең ике-өс өн урынында ҡулланы- лыуы бүтән телдәрҙә лә бар. Мәҫәлән, рус телендә Яков, моряк һүҙҙәрендә төрлө өндәр ишетелһә лә, бөтә урында ла я, Европа, Ленин һүҙҙәрендә е, юбилей, июнь, меню, дюжина һүҙҙәрендә һәр урында ла ю яҙыла.

Шуға күрә алфавитҡа яңы хәрефтәр өҫтәүҙең, беҙҙең фекерсә, кәрәге юҡ.

100
Закрыть