Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 70.

69 2022 «Ватандаш» №7 Миләүшә ГОДБОДЬ Әхмәҙуллин һәм был яңылыҡты шул минутта уҡ Михаил Тарагелға еткерә. Тимәк, партизандарҙы бөтөнләй бикләп юҡ итмәкселәр, яуыздар. Булған юлдар былай ҙа ябылған бит инде. Аһ, штаб на- чальнигы Анатолий Барабаш менән бер-бер хәл булып ҡуймаһа ярай ине! Хәҙер Әхмәҙуллин Барабаш өсөн хафалана.

Асылда һиҙенеүе бушҡа булма- ған икән командирҙың. Партизан- дар торған бункерҙар тулыһынса ҡыйратылған. Ярай әле үҙҙәре Кшиван тауына китеп өлгөргән. Ҡалғандары улар артынан барып еткәнсе, байтаҡ ваҡыт уҙасаҡ, тимәк, төнө буйына атларға тура ки- лер. Ысынлап та, арыған-йонсоған кешеләр икенсе көндө таң менән генә тейешле урынға барып етә. Иртән разведка Кшиван тауы янындағы атыш ваҡытында Сте- фан Ружомберк, Матвей Майзлик, Ян Завадский һәм Стефан Шеффер исемле иң аҫыл дүрт партизандың һәләк булыуын асыҡлай. Тағы ла ике көндән һуң разведка тарафынан штаб начальнигының да яҙмышы асыҡлана. Анатолий Бара- баш егеттәре немецтар менән һуңғы пуляға тиклем һуғышҡан. Төндө мәмерйәлә уҙғарып, иртән отрядҡа әйләнеп ҡайтырға ниәтләнгән булһалар ҙа, Подбанск ауылын- да Петр исемле элемтәсе осрап, боштарҙың партизандарҙың төп базаһын юҡ итергә йыйыныуҙарын еткергән. Быны ишеткәндән һуң Ба- рабаш төркөмө таң беленеү менән, дошман тылында булыуҙарына ҡарамаҫтан, немецтарға ташланған. Ике арала көслө атыш китә. Көстәр тигеҙ булмағас, быны аңлап ҡал- ған немецтар уларҙы уратып ала һәм барыһын да һәләк итә. Партизандарға ярҙам килмәҫен аңлаған боштар Барабашты тереләй эләктерергә ниәтләнә, әммә егет дошмандарға бирелмәҫ өсөн һуңғы пуляны үҙенә ата... Әхмәҙуллиндың таянысы ла, кәңәшсеһе лә булған батыр штаб начальнигы бына шун- дай шарттарҙа ваҡытһыҙ һәләк була. ...Тауҙарҙа һәйкәлдәр ҡуймай- ҙар, уларҙың кәрәге лә юҡтыр. Словактарҙың боронғо йолала- рына ярашлы, бындай осраҡта шәһиттәрҙең исем-шәрифтәре ташҡа уйыла. «Бейек Татрҙар» от- ряды батырҙары иҫтәлегенә арнап ҡуйылған бындай таштарҙы словак- тар һуғыштан һуң ҡуя – унан бөгөн йыл әйләнәһенә сәскәләр өҙөлмәй. (Аҙағы бар.) «Бейек Татрҙар» отряды иҫтәлегенә ҡуйылған таш постамент
Закрыть