Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 69.

2022 «Ватандаш» №7 68 Полк командиры был хаҡта белһә лә, донос яҙмаған, юғиһә һөйкөмлө егеттең башы төрмәлә серер ине. Бәхәскә Ладиславтың һатлыҡ йән менән булған һуғышы нөктә ҡуйған: унда капитан – тешһеҙ, ә Беньо погонһыҙ ҡала. Шунда Ладиславҡа тағы ла бәхет йылмая: уны штрафной батальонға ебәрергә генә торғанда Словакияла Милли восстание башланыуы хаҡындағы хәбәр ки- леп етә. Был турала ишеткән Бе- ньо тыныслығын юғалта: нисек ҡасырға? Башында тик ошо уй. Шулай борсолоп йөрөгәндә пробле- ма үҙенән-үҙе хәл ителә. Сентябрь аҙағында Беньо мадъярҙарға пленға бирелә лә, һалдаттар араһында партизандарға ҡушылырға агита- ция алып бара торғас, үҙе кеүек немецтарға ҡаршы ун биш словакты алып, теләктәштәре менән парти- зандар яғына ҡаса. Яңы отрядҡа егеттәр «Партизан анты» менән ҡуш ҡуллап ҡабул ителә.

Отрядтың тулыланыуы бик урынлы була: күп тә үтмәй тик тауҙарҙа ғына ҡулланыла торған махсус пушкалар менән ҡорал- ланған өс колонна СС язалаусылары юлланыуын хәбәр итәләр. Командир Әхмәҙуллин уларҙы юлда уҡ юҡ итергә самалаһа ла, бер аҙға һуңлау сәбәпле, ниәте бойомға ашмай – не- мецтар өлгөрөрәк булып сыға.

Еңдәре төрөлгән, тирләгән йөҙҙәре ҡыҙарған асыулы СС карателдәренең тигеҙ сафтарҙа ерҙе уя баҫып, ышаныслы атлап килеүҙәрен, махсус өйрәтелгән овчаркалары ла булыуын бинокл- дән күҙәтә Әхмәҙуллин. Ырыл- дап, хужаларына үҙҙәренең тоғ- ролоғон белдерергә тырышҡан ҙур-ҙур эттәрҙең һалдаттарҙан ҡалышмайынса килеүҙәренә тик- лем күрә. Ҡайһылай уҫалдар! Бы- ларға эләкһәң, иҫән ерең ҡалмаҫ! Күмәкләп өрә башлаһалар, та- уыштары, ҡаяларға ҡаҡлығып, алыҫтарға тарала... Эйе, хәлдәр шәптән түгел. Ситуацияны аңлаған Вафа Мостафа улы, штабты һәм пар- тизандар ғүмерен һаҡлауҙы өҫтөн күреп, старшина Скоробогатыйға Кжишна артылыштарына китергә бойора. Үҙе менән бергә радист- каны һәм разведчиктарҙы ла алырға ҡуша. Бойормаҫ та ине, биноклдән күҙәткән саҡта бер не- мец офицерының, оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, автоматы менән партизандар торған яҡҡа төртөп күрһәтеүен аңғарып ҡала. Тимәк, немец офицеры ниҙер һиҙенгән, һалдаттарын партизандарға ҡаршы ташларға әҙерләнә. Вафа Мостафа улы был алыш- та ла күптән һыналған алымды ҡулланырға була – дошманды яҡы- ныраҡ ебәрергә лә түшәп һалырға! Ҡулын һелтәүе була, партизан ав- томаттары таҡылдай башлай һәм тәүге атака кире ҡағыла. Тиҙҙән немецтарҙың еңел пулеметтары телгә килә һәм ҡолаҡ тондорғос артиллерия тауыштары яңғырай. Ер ҙә бер, күк тә бер, Татр ҡаялары ишелеп төшөр һымаҡ... Тап шул ваҡыт тылда ла атыш та- уыштары ишетелә. Тағы ни булған? Әллә унда ла немецтармы? Бинокль аша фашистарҙың юлға тағы ла дүрт пулемет ҡуйғандарын күрә ВАФА ӘХМӘҘУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ
Закрыть