Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 68.

67 2022 «Ватандаш» №7 Миләүшә ГОДБОДЬ 3 ноябрҙә Важец-Виходна юлында боштарға ҡаршы тағы ла бер засада ойошторола: унда пар- тизандар үҙҙәренә ҡаршы ебәрелгән бер немец танкыһын шартлата, алты дошманды үлтерә. Бынан һуң Әхмәҙуллин дошман тылына разведка ебәрә һәм, немецтарҙың отрядты уратып алып юҡ итергә ниәтләнеүен асыҡлағас, нисек тә Татр ҡаялары аша Польшаға сығыу юлын эҙләүҙе дауам итергә булалар.

1944 йылдың көҙөндә «Бейек Татрҙар» отрядында ике йөҙҙән ашыу партизан була. 7 ноябрь көнө партизандар Бөйөк Октябрь байрамы уңайы менән бейеклеге 2655 метрға олғашҡан Кшиван ҡаяһына ураҡ-сүкеш төшөрөлгән ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Был хәл гитлерсыларҙы сығырынан-сы- ғара: улар партизандарға ҡаршы Липтовски-Град ҡалаһынан ике СС батальонын ташлай. Был хәбәрҙе радиограмма аша Вафа Әхмәҙуллинға генерал-лейтенант Т.А.Строкач үҙе ебәрә һәм бик һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртә, кешеләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн Польшаға китергә бойора.

* * * Немец фашистарына ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан «Бейек Татрҙар» отряды, ҙурайғандан-ҙурая ба- рып, уңыш артынан уңыш яулай, төркөмдәр һаны ла арта. Штаб начальнигы Анатолий Барабаш от- рядты биш төркөмгә бүлергә тәҡдим итә, диверсиялар ойоштороу ҙа уңайлыраҡ булыр, ти. Әхмәҙуллин ҡуш ҡуллап ризалаша. Һөҙөмтәлә тәүгеһе – Ямская, икенсеһе Рачкова үҙәнендә хәрәкәт итеүсе төркөмдәргә етәкселек итеү штаб начальнигы Анатолий Барабашҡа йөкмәтелә. Бынан тыш, командир Әхмәҙуллин, Аурель Гришо, Ладислав Беньо от- рядтары барлыҡҡа килә.

Һары сәсле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле Ладислав тәү күреүҙән Вафа Әхмәҙуллиндың ышанысын яулай. Асыҡ йөҙлө генә түгел, асыҡ күңелле лә икән үҙе! Беньо командирға бар тормошон энәһенән ебенә тиклем һөйләп бирә. Баҡһаң, ул Слова- кия халыҡ восстаниеһына тиклем үк словактарҙы Рәсәйгә ҡаршы һуғышмаҫҡа өндәп йөрөгән икән. Чехословакия Хөкүмәте тарафы- нан 1945 йылда Вафа Әхмәҙуллинға бирелгән «Батырлыҡ өсөн» миҙалының документы
Закрыть