Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 67.

2022 «Ватандаш» №7 66 Алыш артынан – алыш Ҡышҡы Татр тауҙарында парти- зандар билдән ҡар йырып хәрәкәт итә. Шуға өҫтәп, боҙло юлдар, һауа торошоноң еүеш һәм томанлы бу- лыуы яугирҙарҙың хәлен ала. Халыҡ ярҙамына таянайыҡ, тиһәләр, ара- лар йыраҡлығы бәкәлгә һуға. Был уңайһыҙлыҡтар рацияның запас ба- тарейкалары бөткәндә, аҙыҡ-түлек, йылы ойоҡбаштар, ҡышҡы итектәр, медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисергәндә айырыуса ныҡ һиҙелә. Ауырлыҡ кисереүҙәре хаҡында Үҙәккә радиограмма ебәргәс, «са- молеттан ярҙам ташларбыҙ, усаҡ яғығыҙ» тигән яуап килә. Быға партизандар ныҡ шатлана.

Был ваҡытта отряд немецтар- ҙың көнсығыш Словакияла торған тау дивизияһын контролдә тота, ваҡыты-ваҡыты менән уларға ҡар- шы засадалар ойошторола. Раз- ведка килтергән хәбәргә ярашлы, совет самолеты киләсәк төн тыныс булырға тейеш. Асылда шулай килеп сыға ла: партизандар СССР- ҙан килгән ярҙамды ташып алалар, ҡышҡы кейем, ҡорал, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәрҙе тиҙ арала бункерҙарға урынлаштыралар. Ко- мандир Әхмәҙуллин менән комиссар Леонов Словакия партизандарының үҙәк штабына барып ҡайтҡандан һуң Стефан Моравка һәм Ладис- лав Беньо етәкләгән егерме биш кешелек диверсия төркөмө менән 23 октябргә билдәләнгән засадаға әҙерләнә башлай.

Үҙ төркөмөн беренсе булып төркөм командиры Стефан Моравка алып китә. Кокава һәм тағы ла бер нисә ауыл-утарҙы уҙғандан һуң Вав- рищево ауылы буйлап аҡҡан Белы йылғаһы янында уйламаҫтан не- мец самолетының утына эләгәләр, ләкин бирешмәйҙәр. Шунда уҡ автоматтарҙан күмәк ут асып, са- молетты яндырыуға ирешәләр. Янып ятҡан самолет янына йүгереп барһалар, бер пулеметтан башҡа бер ни ҙә иҫән ҡалмаған икән. Ҡоралды ҡулға төшөргәс, парти- зандар тиҙ арала юҡҡа сыға, сөнки немецтарҙың үҙҙәренең артынан киләсәген яҡшы аңлайҙар. Бы- лай ғына ҡалдырмаҫтар, яуыз- дар! «Партизандарға ярҙам иткән- һегеҙ, беҙгә хәбәр итмәгәнһегеҙ», – тигән ғәйеп ташлап, халыҡты рәнйетеүҙәре бар – шуныһы ҡурҡыта командирҙы. Яндырыл- ған Южичков Млин, Важаков биләмәләре, Лидице, Лежаки, Прлов, Плоштина трагедиялары хаҡында әле Киевта уҡ һөйләп, халыҡ менән бик һаҡ булырға ҡушҡайнылар, подпольела нәшер ителгән гәзиттәрҙә лә яҙып, киҫәтеп торалар. Шуға Әхмәҙуллин да, от- ряд командиры менән сәйәси ко- миссар Леонов та был деталде күҙ уңынан ысҡындырмай.

Асылда барыһы ла партизан- дар уйлағанса килеп сыға: күп тә үтмәй, Кшивани тауҙарына яҡын урынлашҡан Довалово ауылы яғынан һәр береһендә бишәр авто- матлы немец һалдаттары ултырған өс ылау күренә. Төркөм егеттәре күп уйлап тормай: барыһы бер төптән немецтарға ташлана һәм язалаусы- лар төркөмөн юҡ итә. ВАФА ӘХМӘҘУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ
Закрыть