Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 66.

65 2022 «Ватандаш» №7 Миләүшә ГОДБОДЬ партизандарҙы ла һаҡлармын. Әле бына үҙҙәренә матур ғына бер концерт ойошторорға әҙерләнәбеҙ, туған!» Әхмәҙуллин Сыч төркөмө менән засадаға әҙерләнеүҙәрен һөйләп бирә, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе һораша. Сыч төркөмө партизан- дары был юлы ла командирҙың өмөтөн аҡлай: немецтарҙың бер йөк машинаһы шартлатыла, 11 һалдаты үлтерелә. Икенсе көндө, атап әйткәндә, 9 октябрҙә, немец радиоһы халыҡҡа ялған хәбәр тара- та: йәнәһе лә, немецтар 67 кешенән торған партизан отрядының 27-һен юҡ иткәндәр...

Бер нисә көндән партизан- дар Святой Петер ауылы янын- да урынлашҡан немец аэродро- мына ташлана. 1944 йылдың 15 октябренән 16-һына ҡараған төндә уҙғарылған был операциянан, бәхеткә күрә, барыһы ла имен-аман әйләнеп ҡайта. Унда Әхмәҙуллин партизандары 35 немец һалдаты һәм офицерын үлтерә, 18-ен яра- лай. Егеттәр шулай уҡ боштарҙың күп зарядлы парлы зенит пулеметын алып ҡайта. Батырлыҡтары өсөн Йозеф Уснянский, Ян Панкиов- ски һәм Иван Каламбетҡа отряд исеменән ҙур рәхмәт белдерелә.

«Бейек Татрҙар» отрядының уңышы Стефан Моравка төркөмө разведчиктарының сослоғона ныҡ бәйле була. Батырлыҡ артынан батырлыҡ күрһәткән был егеттәр Прибилин, Кокава, Виходна ауыл- дарына рейд яһап, Важец тимер юлы станцияһы аша Штребске Пле- со ҡалаһына уҙасаҡ поезға һөжүм ойоштора. Операцияны атҡарыу маҡсатында улар башта дошман постарын, унда күпме һаҡсы торо- уын, ниндәй ҡоралдары булыуын асыҡлай. Был ваҡытта «Василий» төркөмө Моравка төркөмө менән разведкаға китә. Отрядтағы һәр кем үҙ эшен яҡшы белә һәм командир булмаған осраҡта ла алдына ҡуйған бурысын намыҫ менән үтәй: Паш- трнак менән Урда төркөмдәре халыҡ һайлау комитеттары вәкилдәре бүлгән аҙыҡ-түлекте ташый, Вав- рищево ауылы полицайҙарын ҡоралһыҙландырып, уларҙың 20 винтовкаһын, 21 шинелен тартып ала, партизандарға ҡушылырға теләк белдереүселәр менән бәй- ләнеш булдыралар. Артабанғы көндәрҙә лә отрядтың тынғыһыҙ партизандары буш тормай: шул уҡ Стефан Моравка төркөмө Штреб- ске Плесо ҡалаһы шифаханаһын- да ял итеүсе немецтарға һөжүм ойоштора һәм ундағы боштарҙың барыһын да юҡ итә.

Бер мәл разведчиктар Гиби ауы- лына өс йөҙ немец һалдаты киләсә- ге хаҡында мәғлүмәтте асыҡлай. Ауыл кешеләренең һөйләүенсә, боштар партизандарға ҡаршы һуғышырға ниәтләнә икән. Был хаҡта ишеткәс, Вафа Әхмәҙуллин партизандарға бер нисә көн дауа- мында йәшерен бункерҙар ҡаҙып, шунда ҡышҡылыҡҡа туплаған аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ, запас әйберҙәр, ҡоралдарҙы ташып урынлаштырырға һәм һуғышҡа әҙерләнергә бойора.
Закрыть