Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 65.

2022 «Ватандаш» №7 64 та партизандар түңәрәк оборона тотоп һуғыша һәм аҙаҡ, төркөмләп сығыу тактикаһын ҡулланып, ҡулсанан сығыуға өлгәшә. Ошо һуғышта немецтарҙың 20 һалдаты һәм офицеры үлтерелә. Парти- зандар, Важец утарын ҡалдырып, ситтән ҡарағанда бөркөт суҡышына оҡшаған Кшивани тарлауығына йүнәлә. Был боштарҙың язалау- сы отрядтарынан һаҡланыу һәм партизандарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн эшләнә. Тиҙҙән разведчиктар йәшел йомшаҡ мүк менән ҡапланған бер ташландыҡ барак табып ала һәм, үҙҙәрен эҙәрлекләүсе боштар күҙенән йәшенеп, шунда ял итергә була. Ҡыш етеп килә, отрядты аҙыҡ- түлек менән тәьмин итергә кәрәк – командирҙы ошо мәсьәлә бор- сой. Штаб ағзалары менән кәңәш иткәндән һуң ваҡытлыса ҡалырға булалар, аҙналар буйына асыҡ һауа аҫтында йоҡлап йонсоған партизан- дар ҙа шатланып ризалаша. Бер аҙ ял иткәндән һуң Әхмә- ҙуллиндың разведчиктары тиҙҙән бер нисә колонна менән немец ав- томашиналары уҙасағын асыҡлай. Разведка төркөмө начальнигы Сте- фан Моравка менән кәңәшләшеп засада ойошторорға булалар. Һәр деталгә иғтибар итәләр: һөҙөмтәһе булырмы, кешеләрҙе һаҡлай алыр- ҙармы? Һөҙөмтәлә партизандар уңышҡа өлгәшә: дошмандың 15 һалдаты һәм офицеры юҡ ителә, 2 йөк машинаһы шартлатыла.

Артабан отряд разведчиктары ауылдарҙа боштарҙың урындағы халыҡ иҫәбенә агенттар әҙерләүен, халыҡтан таланған байлыҡты Бра- тислава аша Германияға ебәреп ятыуҙарын асыҡлай. Отряд тағы ла бер елле генә операция ойошто- рорға ниәтләнә. Әҙерлек барған мәлдә Липтовска-Кокава ауылының Халыҡ һайлау комитеты рәйесе Адам Зарубен Әхмәҙуллинға бер гәзит тоттора. «Уҡы, унда һинең башың өсөн боштар 4 мең рейхмар- ка вәғәҙә иткән, һаҡланып йөрө, Ва- силий!» – ти ул. «Ҡайғыртыуығыҙ өсөн рәхмәт! – тип яуаплай Вафа Мостафа улы. – Һаҡланырмын, Партизандар атырға өйрәнә ВАФА ӘХМӘҘУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ
Закрыть