Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 64.

63 2022 «Ватандаш» №7 Миләүшә ГОДБОДЬ тула. Тағы ла ике йылдан, 1952 йылдың ноябрендә, Ян Швермаға ярҙам итмәгәнһең, тигән ғәйеп ташлап, уны аҫыуға хөкөм итәләр. Ә К.Готвальд иһә 1953 йылда, И.Сталиндың вафатынан һуң ике аҙна уҙғас, серле рәүештә яҡты до- нъянан китә.

Бөркөттәр ҡанат ҡаға Үҙәктең бойороғон тормошҡа ашырыу өсөн «Бейек Татрҙар» отряды командиры, 23 йәшлек Вафа Әхмәҙуллин ҙур көс түгә. Башлыса словак, чех, рус, украин һәм белорустарҙан торған отряд партизандары арыҫландай һуғыша. Агенттар һәм һатлыҡ йәндәрҙән һаҡланыу маҡсатында барыһы ла йәшерен исем-шәриф йөрөтә. Вафа Мостафа улы үҙе лә «Вася», «Ва- силь», «Василий» кеүек исемдәрҙә йөрөй.

Башта отрядта ун биш кеше була. «Совет офицерҙары ойош- торған яңы отряд барлыҡҡа килгән» тигән хәбәрҙе ишеткәндән һуң «Бейек Татрҙар»ға тирә-яҡ ауыл- ҡалаларҙан ағыла башлайҙар. Отрядтағы алты совет офицеры, Ан- тон Катрак, Винцент Вацлавик, Ян Кубанчик, Ян Сыч, Ян Медвечки, Стефан Моравка, Юлиус Врабец һәм башҡалар һыналған яугирҙар иҫәпләнә. Концлагерҙарҙан ҡасҡан яңы кешеләр араһында старшина Константин Скоробогатов, Марк Широченко, Роман Гупало һәм Иван Фита исемле егеттәр була, тиҙҙән Липтовска-Кокава, Важец, Штебр- ске Плесо, Подбанске, Прибилино, Ваврищево ауылдарынан килгән словактар ҙа ҡушыла. Командир Әхмәҙуллиндың комсомолец булы- уы, Украинала һуғышып, тәжрибә туплағаны һәм иптәштәре менән ке- шелекле мөнәсәбәт урынлаштыра белгәне өсөн словактар уға ышана һәм ихтирам итә. Командир һайлау хаҡында һорау тыуғас, барыһы ла бер тауыштан Вафа Әхмәҙуллинға ышаныс белдерә. Леонид Леонов исемле рус офицерын – комиссар, украин егете Анатолий Барабашты – штаб начальнигы, Стефан Мо- равка исемле словакты разведка начальнигы итеп билдәләйҙәр. Яңы барлыҡҡа килгән отрядтың хәрәкәт итеү районы итеп Татр тауҙарын билдәләйҙәр. Был турала Киевҡа генерал Т.А.Строкач исеменә: «От- ряд төҙөлдө, словак халҡы дөйөм милли восстаниеға әҙер, Словакия командованиеһы сигнал көтә» тигән радиограмма ебәрелә. * * * Партизандар немецтарҙы «швабтар», «боштар» тип йөрөтә. Важец утарында торған боштарҙың ҡорал, аҙыҡ-түлек ылауына яһалған һөжүм отрядтың тәүге уңышы була, унда Әхмәҙуллин партизандары алты ылау хәрби боеприпас һәм арыу уҡ аҙыҡ-түлек эләктерә. Татр тауҙарында яңы партизан отряды пәйҙә булыуы немецтарҙы борсоуға һала, уны нисек тә юҡ итергә була- лар. Ике арала барған ҡаты алыш-
Закрыть