Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 63.

2022 «Ватандаш» №7 62 Михаил Глидер иҫтәлектәрендә лә әйтелә: «...Был хәл 1944 йылдың 10 ноябрендә булды. Бөгөнгөләй хәтерләйем: аҫта, Лупчанск яланында, атыу тауышта- ры оҙаҡ яңғырап торҙо, әммә немецтарҙың язалаусылар от- рядтары беҙҙең Хабенец та- уында икәнлекте белмәй ине. Юл оҙон һәм ҡурҡыныс, урманға тиклем тағы ла ике километр самаһы барырға кәрәк. Иң алдан Украина партизандар хәрәкәте штабы начальнигы А.Н.Асмолов бара. Барыбыҙ ҙа юлда осраған һәр ҡыуаҡҡа, үләнгә йәбешеп барабыҙ. Өҫтән, үс иткәндәй, епшек ҡар яуа, туҡтарға уйла- май ҙа.

Шул ваҡыт бер партизан: – Братья славяне! Швермаға ярҙам итегеҙ! Үлә бит, саҡ-саҡ һөйрәлеп килә, – тип ҡысҡырҙы.

Ысынлап та, ул атлар-ат- ламаҫ килә ине, бейәләйҙәре юҡ, ҡулдары туңған, минән башҡа уға ярҙам итерҙәй кеше бул- маны – күптәр аяҡта түгел, имгәкләп бара ине. Асмоловтың адъютанты Микулаш Ревилак Швермаға ярҙам итергә тырыш- һа ла, тегеһе йығыла ла китә, йығыла ла китә. Бер йығылһа – тора алмай. Шунан уға немец антифашисы Мартин Вейкерт ярҙам итте. Төндә Шверманың итектәрен урлағандар икән, партизан Микулаш уға үҙенең запас итеген, йылы носкиҙарын кейҙерҙе.

Капитан Обдражек та яра- ланғайны, уны күтәреп алып барҙыҡ. Аяғы ҡаты яраланған тағы ла бер ҡарт партизан арттараҡ килә ине, ул ярҙамдан баш тартты.

– Зинһар, мине таш- лап китегеҙ, барыбер үлергә бит! – тип инәлде. Кеҫәләрен тикшермәгәйнек, баҡһаң, бер «лимонка»һы булған икән. Бер саҡ артта ҡаты шартлау тауышын ишеттек. Әйләнеп ҡараһаҡ – ҡанға мансылған ҡарт партизандың кәүҙәһе...

Урманға етәрәк Асмолов барыбыҙҙы ла теҙеп ҡуйҙы, тик беҙҙең сафыбыҙ ныҡ һирәк- ләнгәйне. Үлемесле булып арыған, йөҙө һурылып, ҡартайып киткән командирыбыҙҙың да йөҙөн, һаҡалын ҡар баҫҡан, үҙе борсоу- лы. Ул беҙгә ҡыҫҡа ғына итеп: – Ял юҡ, иптәштәр. Саҡ ҡына түҙегеҙ инде! – тине.

Урманға ингәс, партизандар барыһы ла сапҡан үләндәй ергә йығылды. Кемдер усаҡ яғырға тотондо. Ут йылыһы беҙҙең арыған кәүҙәләребеҙҙе йоҡоға талдырҙы: түңәрәк яһап, бер- беребеҙҙең өҫтөнә яттыҡ та үлектәрсә йоҡлап киттек. Шун- да ғына Асмолов менән Сланский Шверманың юҡлығын шәйләгән һәм артынан кеше ебәргән. Уның туңып үлгәнен, янында ҡоралы һәм йылы курткаһы булмауын белдек». Яҙылғандарға өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: 1951 йыл- да Социалистик Чехословакия компартияһының генераль секре- тары Рудольф Сланскийға 50 йәш ВАФА ӘХМӘҘУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ
Закрыть