Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 62.

61 2022 «Ватандаш» №7 генерал Шилдың язалау сылар отря- дын ташлай. Шул ваҡыттарҙағы ауыр мәлдәрҙе ки сергән, һуңынан Чехос- ловакия Компартияһының генераль секретары булып киткән коммунист Густав Гусак үҙенең иҫтәлектәрендә был турала ошолай тип яҙа: «Беҙ тауҙарҙа аҙашып йөрөнөк. Ге- нерал М.Р.Штефаниктың, Ян Налепканың, И.Сталин исемендәге 1-се Чехословакия һәм М.Шукаевтың партизан бригадаһы менән бәйләнеште юғалтҡайныҡ. Коммунистар Ян Шверма, Рудольф Сланский пар- тизан отрядтарына етәкселек итте. Беҙгә шыҡһыҙ, елле көн- дө шомло геүләгән ҡаялар аша Пшеровҡа сығырға кәрәк ине. Үҙебеҙҙең иҫән ҡалыуыбыҙ менән юл күрһәтеүсе фараж Бартенға бурыслыбыҙ, ул беҙгә бар тирә- яҡ СС язалаусылары менән тул- ған иң ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итте. Беҙ тик 11 ноябрҙә генә Ломнисте үҙәненә барып еттек, унда бер аҙ хәл алғандан һуң Дольни Лгота ауылына сыҡтыҡ. Капитан Егоров бригадаһына ҡараған Түбәнге Татр тауҙа- рында хәрәкәт иткән В.Сурков, К.Данилов, А.Каличенко етәксе- легендәге полктарҙы тергеҙҙек, хатта майор А.Сиприж коман- далығындағы өр-яңы полк бар- лыҡҡа килде. Артабан был полк генерал Людвиг Свободаның 2-се Чехословакия бригадаһы тип аталды».

Словакия Милли восстаниеһы ҡанға батырылғандан һуң ҙур ауырлыҡтар аша бөтәһе егерме мең партизан һәм баш күтәреүсе диңгеҙ кимәленән 2655 метр бейеклектә ятҡан Татр тауҙары аша Польшаға сыға. Был турала совет капитаны Словакия восстаниеһында һуғышҡан «Бейек Татрҙар» һәм Ян Жижка отряды күрһәтелгән карта Миләүшә ГОДБОДЬ
Закрыть