Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 61.

2022 «Ватандаш» №7 60 леп торһа ла, уларҙың тау баш- тарында урынлашҡан фашист нығытмаларын күрмәүе арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисергәнен баш күтәреүселәр белмәй, әлбиттә. Гит- лерсылар Дукла артылыштарында ҙур тәжрибә туплаған, тик тауҙарҙа ғына ҡулланыу өсөн етештерелгән еңел пулеметтар менән ҡоралланған снайперҙарға һәм махсус күнегеүҙәр уҙған альпинистарға таяна һәм уңышҡа өлгәшә. Уларға ҡаршы һуғышҡан Ҡыҙыл армия һәм Че- хословакия корпусы һалдаттары тәүлегенә бер саҡырым самаһы ер уҙа һәм байтаҡ яугирҙарын юғалта. Аҡ ҡар өҫтөндә ятып ҡалған яралыларҙы алып сығыу, үлгәндәрен ерләү бөтөнләй мөмкин булмай, шул сәбәпле был ялан «Долина смер- ти» тигән исем менән йөрөй. Был хәлдәрҙең барыһы ла словактарҙың рухи төшөнкөлөккә бирелеүенә һәм немецтар тарафынан еңел генә ҡоралһыҙландырылыуына булышлыҡ итә.

Бәхеткә күрә, Словакия Мил- ли восстаниеһында ҡатнашыу- сыларҙың барыһы ла немецтарға баш һалмай: үҙ иле өсөн йәнен аямаған патриоттар тауҙарҙа партизандарға ҡушыла, комму- нистар подпольеға китә. Бан- ска-Бистрице ҡалаһының немец- тар ҡулында булыуы, отрядтың фашистарға ҡаршы көслө удар яһарға әҙерләнеүе хаҡында ка- питан Волянский Киевҡа радио- грамма ебәрә. Унан партизандарға самолеттарҙа ярҙам киләсәге ха- ҡында яуап менән бергә «Словаки- яла, Украина һәм Белоруссиялағы кеүек, ҙур булмаған отрядтар төҙөргә, төркөмләп һуғышыу так- тикаһын файҙаланып, дошман ты- лында партизан хәрәкәтен йәйел- дерергә» тигән бойороҡ килә.

Шулай итеп, немец фашиста- рына ҡаршы ойошторолған ҡанлы көрәштең беренсе этабы тамамлана һәм киң масштаблы партизандар һуғышы башлана.

Шайтан тарлауығы аша – Польшаға Дошмандар тәбиғәт торошона артыҡ иғтибар итеп бармай, йылы кейемдәре, ҡоралдары етерлек булғас, үҙҙәрен өйҙәгеләй хис итә. Партизандарға ҡаршы һуғышыу өсөн Татр тауҙарына бөтәһе 50 мең һалдат һәм офицер, 14 дивизия ҡуйыла. 1944 йылдың 25 октябрендә төп удар В.Әхмәҙуллин, П.Величко, А.Егоров, И.Волянский, Е.Белик, М.Сечанский, В.Кветинский от- рядтарына яһала. Словакия Милли восстаниеһында бөтәһе 57 отряд ҡатнаша, улар араһында 20-се һан аҫтында билдәләнгән «Бейек Татрҙар» отряды ла бар, шулай уҡ 33-сө һан аҫтында капитан Евге- ний Волянскийҙың «За свободу славян» һәм 56 һаны менән Даян Мурзин етәкләгән Ян Жижка от- ряды күрһәтелгән. Түбәнге Татр һәм Бескид тауҙа- рына, Бжезна, Буковина, Поланы тауҙарында хәрәкәт икән отрядтарға ҡаршы гитлерсылар төньяҡтан – генерал Дурмвангерҙың, көнь яҡтан ВАФА ӘХМӘҘУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ
Закрыть