Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 60.

59 2022 «Ватандаш» №7 Миләүшә ГОДБОДЬ Шверманың саҡырыуы халыҡ йөрәгенә барып етә: Словакия Милли восстаниеһы тотош илде ял- мап ала, кешеләр ауылдары менән партизан отрядтарына һәм баш күтәреүселәр сафына ҡушыла. Был ваҡытта партизан бригадалары һәм отрядтарының төп штабы разведка мәғлүмәттәре алыу өсөн уңайлы тип табылған Волоска ауылында тора. Вафа Мостафа улы һуғышҡан 2-се партизандар бригадаһы, еңеүгә рухланған халыҡ иҫәбенә байтаҡҡа артып, Ружомберк, Липтовска-Ми- кулаш, Попрад ҡалаларын азат итә. Бынан тыш, немецтарҙың өҫтәмә көстәрен уҙғармау маҡсатында Яңы һәм Иҫке Смоковцы, Татарнаска Поланка, Штребске Плесо, Важиц ҡалалары, Виходна ауылы һәм Гиби станцияларындағы күперҙәр шартлатыла. Был ауыл-ҡалалар өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа Вафа Мостафа улы ла иптәштәре менән ҙур батырлыҡ күрһәтә.

Баш күтәреүселәр илдең көнсы- ғышын яулап алғас, урындағы власть вәкилдәренең Революцион халыҡ комитеттары ойошторолоп, дәүләт власы халыҡ ҡулына күсә. Халыҡ хатта немецтар өҫтөнлөк иткәндә лә ҡурҡмайынса үҙ эшен дауам итә. Липтовска-Кокава ауылындағы ошондай комитет Важец ауылында төйәкләнгән партизандарға аҙыҡ- түлек менән ярҙам итеп тора.

Әммә тиҙҙән ҡара көндәр башла- на. Словакия баш күтәреүселә ренә ҡаршы бөтәһе һигеҙ дивизия ҡуйыла, Гитлер улар менән командалыҡ иткән генерал Бергер урынына генерал Хефлены билдәләй. СС язалаусыла- ры бөтә Словакия буйынса үҙҙәренең ҡан лы эштәрен башҡара – башта Урта Словакиялағы Крупин, Зво- лен, Бжезно ҡалалары баҫып алы- на, илдең сәйәси үҙәге иҫәпләнгән Банска-Бистрице ҡалаһы ҡанға батырыла, төшөнкөлөккә бирел- гән, ышанысын юғалтҡан баш күтәреүселәр меңәрләп әсирлеккә төшә. Уларҙың күптәре атыла, айырыуса партизандарға ярҙам иткәндәре ҡаты язаларға дусар ителә, төрмәгә ултыртыла. Кежма- рок исемле ҡала өсөн алып барылған көсөргәнешле һуғышта ла немецтар өҫтөн сыға. Уларға тиҙ арала Вен- гриянан өҫтәмә көс ташлана. Шул арҡала Попрад йылғаһы буйында урынлашҡан Кежмарок фашистар ҡулында ҡала. Быларҙан тыш, баш күтәреү- селәрҙе ҡанға батырыу маҡсатында Венгрияның «Хорст Вессель», Польшаның «Дирлевангер» мото- пехота дивизиялары ла Словакияға ташлана. Хәлдең бындай боролош алыуы барыһын да ныҡ борсой һәм Словакия армияһының, халыҡ- тың рухын төшөрөүҙә, берҙәмлек ҡаҡшауҙа үҙ ролен уйнай. Етмәһә, Словакия сигенә яҡынлашҡан Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре лә, үҙ илен гитлерсыларҙан таҙартырға ашҡынған Советтар Союзы Геройы, генерал Людвиг Свободаның 1-се Чехословакия корпусы ла килеп етә алмай – был ваҡиғалар баш күтәреүселәрҙең еңелеүендә төп сәбәп булып тора. Ҡыҙыл армия һәм Свобода корпусының артиллерия кано- надалары әленән-әле ишете-
Закрыть