Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 59.

2022 «Ватандаш» №7 58 тәләфләй, иҡтисад, мәғариф, сә- йәсәт, мәҙәниәткә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә Гитлерҙан башҡа үтәй алмай. Шул сәбәпле Чехо- словакия– Германия сигендә илба- ҫарҙарға ҡаршы туптар шартламай, Германияға ҡаршы һуғыш иғлан ителмәй. «Ихтыярһыҙ президент» исемен алған Чехословакия пре- зиденты Эдвард Бенеш Англияға ҡасҡас, Тисо тулыһынса Гитлерға буйһона.

Әммә ошондай көсөргәнешле шарттарҙа ла СССР Словакияны ярҙамынан ташламай: 1941 йылдың 18 июлендә И.Сталин «Германияға ҡаршы һуғышта бер-береңә ярҙам итеү, СССР территорияһында Че- хословакия частарын булдырыу» тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуя. 1942 йылдың 27 сентябрендә үҙ көсөнә ингән ошо Килешеүгә яраш- лы, 5 ғинуарҙа Быҙаулыҡ ҡалаһында айырым 1-се Чехословакия пехота батальоны төҙөлә. Ул 1943 йылдың 5 майында фронтҡа оҙатыла. 1941 йылдың октябрь-декабрь айҙарында – айырым һәм Ефремов ҡалаһы районында формалашҡан 2-се Че- хословакия истребителдәр авиаэска- дрильялары, 1944 йылдың апрель- июнь айҙарында – Украинаның Ров- но ҡалаһында 1-се Чехословакия армияһы корпусы, 32 самолеттан торған 1-се Чехословакия истре- бителдәр авиаполкы, ә инде йыл аҙағында 65 танктан торған 1-се Чехословакия танк бригадаһы, 3 танк һәм 1 мотопехота батальондары формалаша.

Быны ишетеп рухланған словак һәм чех һалдаттарының СССР-ға ҡаршы һуғышыуҙан баш тартыуы йышая, улар Ҡыҙыл армия яғына сыға башлай. Мәҫәлән, Ян Станис- лав, Станислав Мичевтың Словакия Милли восстаниеһы тураһындағы «Завещание свободы» тигән кита- бында был турала ошолай яҙыла: «1942–1943 йылдарҙа Украина- ла, Белоруссияла өс тиҫтә словак һәм чех һалдаты Ҡыҙыл армия яғына сыҡҡас, күп милләтле 1-се пехота дивизияһына ҡушылып һуғышалар. Ә 1944 йылдың 10 апрелендә чехословактарҙан торған 1-се һауа дивизияһында бөтәһе 16 мең кеше һуғыша. Ошо айҙа өс пехота, бер танк бригадаһы, биш артиллерия полкынан торған тәүге Чехос- ловакия армияһы ойошторола».

Бейек Татр тауҙарын икегә бү- леп аҡҡан Грон йылғаһы буйында урынлашҡан Бжезов ҡалаһында восстание алдынан ҙур митинг ойош- торола. Унда урындағы Халыҡ советы һәм Словакия армияһы, Мәскәүҙән килгән Чехословакия Коммунистар партияһы вәкилдәре Ян Шверма, Клемент Готвальд, Рудольф Слан- ский һ.б. немецтарға һатылған Йо- зеф Тисо хөкүмәтен тәнҡитләп сығыш яһай. Милли восстание етәксеһе һәм ойоштороусыһы Ян Шверма үҙенең сығышында немецтар баҫып алған Спишска, Нова Вес, Кежмарок кеүек ауыл-ҡалаларҙы фашистарҙан таҙартыу бурысының бик етди тороу- ын, тирә-яҡ ауылдар һәм ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең барыһының да дошмандарҙы үҙ еренән ҡыуыуҙа берҙәмлек күрһәтергә тейешлеген әйтә.

ВАФА ӘХМӘҘУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ
Закрыть