Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 58.

57 2022 «Ватандаш» №7 Миләүшә ГОДБОДЬ «Һеҙҙең еңеү-еңелеүҙәрегеҙҙе, тәрән подполье шарттарында булһаҡ та, барыбыҙ ҙа беләбеҙ һәм ихластан тәбрикләйәбеҙ, иптәштәр! Һеҙ – Ҡыҙыл армия геройҙары! Тиҙерәк фашистарҙы еребеҙҙән, илебеҙҙән ҡыуыу, дошманға ҡаршы ҡаты тороу һәм уларға һәр яҡлап зыян килтереү сараһын күрегеҙ, уларҙың транс- портын, хәрби-һауа һәм ҡоро ерҙәге көсөн ҡаҡшатырға һәм юҡ итергә тырышығыҙ! Гитлерсыларға ҡаршы әүҙем көрәшкә күтәрелегеҙ!» Һуғыштан һуң Ю.Фучиктың «Һайланма әҫәрҙәр»енә ингән был сығышы ха- лыҡтың патриотик рухын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Ошоға оҡшаш өндәмәләр 1941 йылда уҡ Европа концлагерҙарынан ҡасҡан совет офицерҙары һәм Гер- мания заводтарында эшләүҙән баш тартып урман-тауҙарҙа йәшеренеп йөрөгән рус, француз, инглиз, чех, словак, немец антифашистарында ҙур яҡлау таба һәм улар ҙа, парти- зан төркөмдәре ойоштороп, немец режимына ҡаршы сыға. Ваҡыт уҙыу менән был төркөмдәр партизан от- рядтарына әйләнә.

Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡан Ру- мыния, Венгрия, Чехословакия, Польша һалдаттары араһында де- зертирлыҡ көсәйә. Мәҫәлән, 1942 йылда Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡа оҙатылған 800 словак һалдаты – Ҡыҙыл армияға, тағы ла 400-ө Украина һәм Белоруссия партизан- дарына ҡушыла. Немецтарҙың асыуын ҡайнатҡан ошоға оҡшаш хәлдәр артабан да ҡабатланып тора. Әйтәйек, 1942 йылдың ноябрендә Украинаның Белокоровичи станцияһында С.Ф.Маликов етәкселегендәге партизан отрядына үҙ теләге менән – 7, Одессала 45 словак һәм чех һалдаты ҡушыла. Ҡыҙыл армия яғына сығып, немец фашистарына ҡаршы көрәшкән Чехословакия патриоттарының иҫәбе артҡандан- арта барып, шул йылдың сентябрь башында «Рельс һуғышы» опера- цияларында ҡатнаша башлай. Не- мецтар яғында һуғышҡан 2-се Сло- вакия пехота дивизияһы һалдаттары ла, Брест–Лунинец–Гомель тимер юлы станцияһындағы юлды шарт- латып, Үҙәккә фашистарҙың төп нығытмалары хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәт тапшыра. Шунда раз- ведчица Г.Д.Сосинаның сослоғо арҡаһында Минск тирәһендә не- мецтар яғында һуғышҡан алты словак һалдаты совет партизандары яғына сыға.

Словакия милли восстаниеһы Совет разведчиктары Слова- кияла партизан һуғышы ойошто- роу өсөн күтәрелгән мәлдә илдәге сәйәси хәлдәр бик ҡатмарлы тора. Атап әйткәндә, клерофашистик Йозеф Тисо хөкүмәте Чехословакия компартияһына ҡаршы көрәшә һәм, Германия менән 25 йылға төҙөлгән килешеүгә ярашлы, йыл һайын 60 мең словакты эшкә ҡыуа, ил байлығын немецтар файҙаһына
Закрыть