Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 57.

2022 «Ватандаш» №7 56 Вафа Мостафа улы украин телен яҡшы белә, бер үк ваҡытта не- мец телен дә, мосолман милләтле яуҙаштарын да яҡшы аңлай, рус- са ла таҙа һөйләшә. Уның менән һуғышҡан партизандар бер-бере- һенә бер туғандай мөнәсәбәттә була, ауыр саҡта бер-береһен таш- ламай. Разведчик Әхмәҙуллинға бер үк ваҡытта немецтарға ла, Украина милләтселәре – бандеровсыларға ла ҡаршы һуғышырға тура килә.

Һуғыш ахырына ҡәҙәр банде- ровсылар немецтарға ла, СССР-ға ла ҡаршы һуғыша, ябай халыҡҡа күп ҡайғы һәм бәхетһеҙлек килтерә: Карпат тауҙарына китеп, унда йәшәгән кешеләрҙе талай, СССР яҡлыларҙы, коммунистарҙы язалай. Был турала яҡшы белгән легендар С.А.Ковпакка ла үҙ милләттәш- тәренә ҡаршы һуғышырға тура килә. Гитлер вәғәҙә иткән үҙаллы- лыҡтың буш ҡыуыҡ икәнлеген аңлаған Степан Бандера һуғыш тамамланғанда егерме мең һалдаты менән Татр тауҙары аша башта Польшаның Вирла ҡалаһына барып һыйына, унан Австрияға сығып, Мюнхендағы нацистар ярҙамында Америкаға баш һала. Ҡыҙыл армия Европаға яҡынлашҡанда 1944 йылдың 2 сентябрендә Чехословакия компартияһы чех һәм словактарҙы фашистарға ҡаршы көрәшкә саҡырып мөрәжәғәт итә. Быны подпольелағы «Чехословакия Милли фронты» партияһы күтәреп ала, компартия лидеры Климент Готвальдың мәҡәләһендә лә ошо хаҡта әйтелә: «Беҙ, чехословак- тар, тик Советтар Союзының ғына фашистик Германияны еңә алыуына ышанабыҙ, сөнки СССР беҙгә дуҫтарса ярҙам ҡулы һуҙа, илебеҙҙән фашистарҙы ҡыуып сығарып, ирек яулай алырыбыҙға өмөт-ышаныс уята һәм мөмкинлек бирә. Советтар Союзы беҙгә, чехословактарға, һуғыштан һуң да социаль, сәйәси һәм милли проблемаларыбыҙҙы яйға һалыуҙы демократик ысул менән хәл итеүҙә булышырға вәғәҙә итә.

Словактар, ҡулға ҡорал алып, беренсе булып милли азатлыҡ өсөн фашист режимына ҡаршы сыҡты. Уларҙың батырлығы Карпат аръяғы Украинаһындағы немецтар итеге аҫтында ҡалған халыҡтарҙың азатлыҡ өсөн яуға күтәрелеүендә ғәйәт ҙур роль уйнай.

Хәҙер беҙгә артыҡ һуҙырға ярамай, иптәштәр, һуңғы сиккә килеп терәлдек бит инде, бөгөн өс партияға, атап әйткәндә, коммунистар, социал-демо- краттар һәм чех социалиста- рына, дөйөм дошманға ҡаршы бергәләп көрәшкә күтәрелергә иң уңайлы мәл етте».

Подпольелағы «Млада фронта» биттәрендә атаҡлы көрәшсе, комму- нист-журналист Юлиус Фучиктың да сығышы урын ала. Словакия Милли восстаниеһы еңелгән хәлдә лә ул күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй: ВАФА ӘХМӘҘУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ
Закрыть