Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 56.

55 2022 «Ватандаш» №7 Оҫта разведчик һәм яҡшы ойоштороусы 19 йәшлек Вафа Әхмәҙуллин Каменск-Подольск ҡалаһындағы артиллерия дивизияһында элемтәсе булып хеҙмәт иткән мәлдә немец илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм итә. Ҡыйыу егет фашистарға ҡаршы барған ҡаты алыштарҙа гел алғы һыҙыҡта йөрөй. Бер бәрелештә дошмандар уратып алғас, ҡулсанан сығып, партизандарға барып ҡу- шыла һәм 1942 йылдан башлап 1944 йылдың авгусына тиклем иптәштәре менән дошман тылында партизан һуғышы алып бара.

1941 йылдың 13 майында И.Ста- лин «Немец фашистарына ҡаршы йүнәлтелгән дошман тылындағы һуғыштар СССР-ҙың бөтә сик буйы өлкәләре һәм республикаларында ла алып барылырға тейеш» тигән бойороҡ бирә. Ҡарарға ярашлы, ҡыҫҡа арала 6200 партизан отря- ды барлыҡҡа килә, уларҙа тотош ғаиләләре менән һуғышыусылар ҙа була. Илдәге партизан отрядтары менән башта маршал Климент Ворошилов етәкселек итә, 1944 йылдың 30 майында уның вәкәләт- тәре Үҙәк ставкаға ҡараған парти- зан хәрәкәте штабының начальнигы П.К.Пономаренкоға тапшырыла. СССР территорияһында һуғышҡан барлыҡ партизан отрядтары һәм командирҙары ошо Үҙәккә буйһона. Лейтенант В.Әхмәҙуллин иһә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы С.А.Ковпак соединениеһына ҡара- ған «Н.С.Хрущев» отрядында раз- ведротала һуғыша, дошман тылына уңышлы диверсиялар яһай. Үҙәктең «Фашистарҙың тимер юлы комму- никацияларын юҡ итеү маҡсатында «Рельс һуғышы»н киң йәйелдереү тураһында»ғы ҡарарына яраш- лы, 1943 йылда ғына Украина һәм Белоруссияла 42 операция ойошторолоп, унда дошмандарҙың юл хәрәкәте айҙарғаса туҡтатып торолған, хәрби ҡорал, аҙыҡ- түлек тейәлгән 18 мең составы, 70 күпере юҡ ителгән, 30 мең һалдаты һәм офицеры үлтерелгән. Бындай һуғыш алымын парти- зандар телендә «икенсе фронт» тип атағандар. Вафа Әхмәҙуллин «Рельс һуғышы» операцияларын- да үҙен оҫта разведчик һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ таныта. Вафа Әхмәҙуллин – ҡыҙылармеец Миләүшә ГОДБОДЬ
Закрыть