Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 30.

29 2022 «Ватандаш» №7 раммаларҙың башында торҙо ул. Республика етәксеһе М.Ғ.Рәхимов- тың мәҙәниәткә, сәнғәткә, ғөмүмән, рухи йүнәлешкә ыңғай, хәстәрлекле мөнәсәбәте арҡаһында театрҙар төҙөлдө, филармониялар асылды, мәҙәниәттең матди базаһы ярайһы нығытылды, халыҡ-ара, өлкә-ара бәйләнештәргә иғтибар артты. Ҡатмарлы осорҙоң һынауҙарын бер аҙ күҙалларлыҡ, төҫмөрләр- лек ваҡиғаларҙы телгә алыу ме- нән генә сикләнергә тура килде яҙмамда. Һүҙемде йомғаҡлап, шу- ны әйтергә теләйем: ғүмеренең һикһәненсе түбәһенә күтәрелгән- дә яҙылған «Хәтер ипкендәре» – ҡырыҫ замандарҙың ауазы, Тәлғәт Сәғитовтың үҙ күҙе менән күргәндәре, башынан үткәргәндәре. Донъяуи ваҡиғаларға, илдәге хәл- дәргә ҡағылған фекерҙәре менән яйын килтереп, урынлы уртаҡлаша автор. * * * Мостай Кәримдең «Тормош көйөнә баҫып атлағандың юлы уңыусаныраҡтыр...» тигәне Тәлғәт Ниғмәтулла улының тормош фәл- сәфәһенә тап килә. Күңеле таҙа, яҡшы кешеләргә мәрхәмәтлеләр, таяныс булырҙай юлдаштар йы- шыраҡ осрай. Күрәһең, юғары көстөң ғәҙеллегенәндер бындай хәл. Бөгөн Тәлғәт Ниғмәтулла улы ғүмерлек тормош юлдашы – З.Ис- мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Са- лауат Юлаев ордены кавалеры Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы менән иңгә-иң терәп тормош көтә. Ярты быуат элек һоҡланғыс татыу ғаилә ҡороп, тормош һынауҙарына би- решмәй, зарланмай, бер-береһенә ышаныслы таяныс булып, хеҙмәт юлындағы артылыштарҙы яулай- яулай ил инәһе, ил ағаһы дәрәжә- һенә етте улар. Бынамын тигән уландар тәрбиәләп, талантлы ейән- ейәнсәрҙәр үҫтерешеп, уларҙың уңыштарына ғорурланып йәшәй Сәғитовтар. Күңелдәрен донъя ваҡлыҡтары баҫмаған, йәндәренә яҡын һөнәрҙәре менән әле лә халҡына хеҙмәт итеүҙән йәм таба улар. Юбилярҙың илһам ҡанаты, көслө рухына ҡуш булып, беҙҙе – дуҫтарын, яҡындарын һәм за- мандаштарын – тағы әллә күпме ҡыуандырыр әле, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Миҙхәт МӘМБӘТОВ Редакциянан: ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ һәм Тәлғәт Ниғмәтулла улына ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Закрыть