Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 29.

2022 «Ватандаш» №7 28 ғалырға ваҡыттыр. Көтөп торған коллектив та, эш тә бар», – тип яҙа Тәлғәт Сәғитов хәтирәләрендә. Тиҙҙән ул оло тарихлы, абруйлы «Совет Башҡортостаны» гәзитенең мөхәррире булып китә. Коллектив менән танышыу (журналистарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең байтағын электән белә), эш тәртибен өйрәнеү, ашығыс хәл итеүҙе көткән проблемаларҙы билдәләү кеүек мәшәҡәттәрҙән башлай эш көнөн. Яңы осорҙоң редакторға ғына ҡағылған, уның эшмәкәрлеген ҡатмарлаштырған үҙгәрештәре байтаҡ булып сыға. Улар нигеҙҙә баҫманы финанслауға, редакция хеҙмәткәрҙәренең эшен ойоштороуға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бәйле. Йәштәрҙең – ололарға, ололарҙың йәштәргә иғтибары һәм ихтирамы, донъя, ил, республика, Өфө кимәлендәге яңылыҡтар менән һуғарылған эш- лекле, ижади мөхит партия эшенән һуң ниндәйҙер еңеллек, иркенлек тойғолары уята. Яңы эштәге тәүге аҙымдар КПСС-тың XXVIII съезынан һуңғы мәлгә тап килә. Республика тормо- шондағы ваҡиғалар ҙа тарихҡа инерлек: суверенитет тураһындағы Декларация ҡабул ителә. Сәйәси- иҡтисади өлкәләге, халыҡ тормошо- на бәйле күп мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеү мөмкинлеге тыуасаҡ, тип көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП) тыуҙырған хәүефле хәлдә күптәр юғалып ҡала. Ауырлығы матбуғат һәм башҡа мәғлүмәт саралары етәкселәренә, уларҙың кураторҙарына төшә. Көтмәгәндә башланған Чечен һуғы- шы халыҡ фажиғәһенә әйләнә, байтаҡ егеттәребеҙ шунда баш һала. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар рәтендә республиканың тәүге Пре- зидентын һайлау ҙа була.

1997 йылдың аҙағы ине. «Баш- ҡортостан» гәзитенә арнаған ете йыллыҡ ғүмеренән, эшенән ҡәнәғәт булып, Тәлғәт Сәғитов мәҙәниәт министры вазифаһына күсте. Сәнғәт донъяһы таныш уға. Проблемаларын да, кадрҙарын да, мөмкинлектәрен дә яҡшы белә. Күп эштәрҙең, проекттарҙың, прог- ЗАМАНДАШ Сәғитовтар ғаиләһе Иштуған һыуһаҡлағысында
Закрыть