Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 28.

27 2022 «Ватандаш» №7 дауам иттерелә. Ике туғандаш республика араһында мәҙәни-рухи бәйләнештәрҙе йәнләндереүгә, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға йүнәл дерелгән актуаль сара булараҡ, Башҡортостанда Татар- стан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре ойошторола. СССР халыҡ депу- таттарын һайлау, халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары төрлө дес- труктив көстәрҙе, төркөмдәрҙе, сәйәси фирҡә-ойошмаларҙы әүҙемләштерә. Халыҡ араһында аңлатыу эштәрен ойоштороу ҙа ҡатмарлаша партия идеологтарына. Ауырлыҡтың, яуаплылыҡтың тос өлөшө – Т.Сәғитов иңендә.

Европала ла тыныс түгел. Гер- мания Демократик Республикаһы яҙмышына ла ҡурҡыныс янай. Хәүефле ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, республикала Галле округы көн- дәрен үткәреүгә әҙерлек бара, ҙур ғына делегацияның килеүе көтөлә. Оҙаҡламай Берлин стенаһы менән бергә социалистик лагерь ҙа юҡҡа сыға. Афғанстандан, ниһайәт, совет ғәскәрҙәре сығарыла. Татарстанда Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үтә. Уның артынса йәнде тетрәткес Оло Теләк фажиғәһе меңәрсә ғүмерҙәрҙе ҡыя.

Бөтмәҫ ығы-зығы, даулашыуҙар, иҡтисадтың көрсөккә терәлеүе, берҙәм көс булып халыҡтың майҙан- дарға сығыуы (фенол эпопеяһы, үҙаллылыҡ яулағандағы әүҙемлек, Президент һайлауҙарында лайыҡлы кандидатура өсөн көрәш, тел ста- тусын яҡлауҙағы ҡаршылыҡтар), тормоштоң ауырлашыуы – былар барыһы ла коммунистар партияһы- ның күҙгә күренеп халыҡтан сит- ләшеүен, уртаҡ тел таба алма- уын, ышанысын юғалта барыуын күрһәткән факторҙар.

«Мине лә, былай ҙа партия эшен өнәп бөтмәгән кешене, бындағы файҙаһыҙға әйләнгән бөтмәҫ-тө- кәнмәҫ ғауғалы эш ялҡытты. Ҡуҙ- Миҙхәт МӘМБӘТОВ «Башҡортостан» гәзите редакцияһында халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән осрашыу. 1993 й.

Закрыть