Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 27.

2022 «Ватандаш» №7 26 Тәүге көндәрҙән үҡ масштаблы, күп йүнәлешле тармаҡ һәм уның ҙур коллективы менән етәкселек итеүҙең ни тиклем тынғыһыҙ, яуап- лы икәнен, проблемаларҙың ни ҡәҙәре ҡатмарлы булыуын тоя ул. Үҙ бурыстарын яҡшы аңлаған, әҙерлекле, эшлекле, тәжрибәле белгестәр менән кисектергеһеҙ хәл итеүҙе көткән проблемалар ҡаршылай Тәлғәт Ниғмәтулла улын. Тармаҡты үҫтереүгә бәйле яуаплылыҡ үҙендә генә түгеллеген аңлаған етәксе ҙур сығымдар талап иткән проблемаларҙың актуалле- ген, киҫкенлеген партияның өлкә комитеты алдында ышандырырлыҡ дәлилдәргә таянып күтәрә.

Үҙ хәтирәләрендә Тәлғәт дуҫым КПСС өлкә комитетының 1-се секретары М.З.Шакировтың ике мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашҡанын ентекле яҙа. Тәүгеһе төҫлө аппарат – студия комплексы алыуға бәйле.

Мәсьәлә тик СССР дәүләт теле- видение һәм радио комитетын да хәл ителә. Башта союз республи- каларының хәжәте ҡәнәғәтлән- дерелә, шунан ғына автономиялы республикаларға сират етә. Ҡул һелтәр саҡта Тәлғәт Ниғмәтулла улының абруйы, ныҡышлығы ваҡиғаны ыңғай яҡҡа бора: уйлай- уйлай ҙа 1-се секретарға инә рәйес. М.З.Шакиров ярҙамы менән төҫлө аппарат-студия комплексы ҡулға төшөрөлә, республикаға ҡайтарыла. Алты ай тигәндә бөтә техник, мон- таж эштәренең осона сығып, АСК Октябрь байрамына өлгөртөлә. Был Тәлғәт Ниғмәтулла улының һәм коллективтың оло ҡа ҙанышы була. М.З.Шакировтың ҡыҫылышы булған икенсе осраҡ яңы бина төҙөүгә бәйле. «Беренсе»нең ҡарары – яңы урында телевидение һәм радио ҡаласығы төҙөү. Ниәт иҫ киткес шәп, сығымдар ҙа хәл ителә. Әммә ул республиканың беренсе Президенты М.Ғ.Рәхимов заманын- да ғына тормошҡа ашырыла. Башҡорт телендәге тапшырыу- ҙарҙың сифатын күтәреү, өр-яңы проекттарға, программаларға юл асыу, һәләтле йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу, документаль фильмдар төшөрөүҙе юлға һалыу, дүрт сери- ялы нәфис телефильм менән та- машасыларҙы ҡыуандырыу Т.Н.

Сәғитов осороноң уңыштары ине.

Осор ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрҙе 1987 йылда Тәлғәт Ниғмәтулла улын КПСС өлкә комитетына иде- ология бүлеге мөдиренең беренсе урынбаҫары итеп күсерәләр. За- манында ҡеүәтле партияның, бөйөк СССР-ҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә саҡта ул – бүлек мөдире. Комму- нист исеменә, үҙенең намыҫына тап төшөрмәй, партияның һуңғы көнөнә тиклем уның тоғро һалдаты булып ҡала Тәлғәт Сәғитов.

Илдә ҡыйралыш-түңкәрелеш, шик-шөбһәләр осоро башланып тора. Тап ошо буталсыҡ, тотороҡһоҙ ижтимағи-сәйәси осорҙа баш- лап ебәрә идеология өлкәһендәге етәкселек эшмәкәрлеген Тәлғәт Сәғитов. Шулай ҙа традиция бу- йынса үткәрелә килгән саралар ЗАМАНДАШ
Закрыть